Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Үҙегеҙҙең тирәләге хәлдәргә иғтибар йүнәлтеүегеҙ мөһим. Бәләкәй генә ваҡиғаларҙың аҙаҡ ҙур үҙгәрештәргә килтереүе ихтимал. Бәғзеләр ошо арала кәрәкле нәмәләргә өйрәнер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был көндәрҙә күп икеләнерһегеҙ. Шулай ҙа йондоҙҙар тәғәйенләнгән эштәрегеҙҙе тамамларға һәр саҡ ярҙам итер. Кемдер үҙендә элек белмәгән яңы һәләттәрҙе асыр, моғайын.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Алдығыҙҙа уйламаған ҡаршылыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Ниндәйҙер етди эшегеҙ бөтөнләй туҡтағандай тойолор. Яҡындарығыҙ үҙ йомоштары менән йыш бимазалар. Дөйөм хәлегеҙ 10-нан һуң ғына ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аҙна ҡәҙимгесә һәйбәт килергә оҡшай. Иң тос уңыштар шаршамбыға тура килер. Кесе йомаға тәғәйенләгән өмөтөгөҙ аҡланмаҫ. Кәрәк кешене осрата алмаҫһығыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Шишәмбелә үҙегеҙҙең тирәләге хәлдәргә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бәғзеләрҙә яңы фекерҙәр тыуыр, кемдер тормошона икенсе төрлөрәк ҡарай башлар. Ғөмүмән, был ваҡиғалар ыңғай үҙгәрештәр килтерер.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбе-шаршамбыла ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Күпселек осраҡта эске тауышығыҙға ышаныу дөрөҫ булыр. Йомала күптән борсоған мәсьәләне еңел генә, бер ниндәй юғалтыуһыҙ хәл итерһегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Үҙ һүҙле кешеләр өсөн аҙна бер аҙ ауырыраҡ килер. Әгәр ҙә башҡаларҙың фекерен иҫәпкә алһағыҙ, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ булмаҫҡа тейеш. Кесе йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр эсегеҙҙе бошороп торор. Юҡ-барға иғтибар бирмәһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Шаршамбыла файҙалы һөйләшеү көтөлә. Унан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалыр.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Бөтөнләй онотолған эшегеҙгә яңынан тотонорға тура килер, моғайын. Шаршамбыла кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Быға юл ҡуймағыҙ, ҡатыраҡ булығыҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала йондоҙҙар үҙаллы эш итергә ҡуша. Таныштарығыҙҙың кәңәштәре ихлас булһа ла, икеләнергә мәжбүр итер. Бәғзеләр күптән күрмәгән кешеләр менән осрашыр, бәлки. Йомала аҡса йәки бүләк көтөгәҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Аҙна араһында бер-нисә өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Мөмкин булһа, береһенән дә баш тартмағыҙ. Шаршамбынан һуң ниндәйҙер яңы эш килеп сығыр. Уны башҡарыу өсөн ярҙам кәрәк булыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Мәшәҡәттәрегеҙ көтмәгәндә күбәйер. Яңы эштәр, ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сығыр. Барыһын да ваҡытында булдырырһығыҙ. Ләкин был һеҙҙән күп көс-ваҡыт талап итер.
ӨМӨТБАЙ.