Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
23 Декабрь 2024, 09:28

Йондоҙнамә (23 –29 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (23 –29 декабрь)
Йондоҙнамә (23 –29 декабрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр өмөтлө үтер. Бәғзеләр нин­дәйҙер ҙур һәм мөһим эште ваҡытынан алда тамамлар. Етәкселәр тарафынан ул тейешле баһаланыр, моғайын.  Шуныһы мөһим – һуңғы арала фекерҙәштәрегеҙ бер аҙ ишәйҙе һымаҡ.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайсаҡ яҡындарығыҙға фекерҙәштәре­геҙҙең оҡшамауы ла ихтимал. Үҙегеҙгә лә кешеләрҙең ҡайһы бер кәңәштәре ки­лешмәҫ. Бындай хәлдең етди бәхәс­тәргә килтереүе мөмкин. Кесе йомала кәйе­фегеҙ мотлаҡ күтәрелер.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала башығыҙҙа бик һәйбәт   уй­ҙар тыуыр, бәлки. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, башта эштең айышын ен­текләп өйрәнергә ҡуша. Бының өсөн ваҡытығыҙ бар. Яңы таныштарығыҙ менән һаҡ булығыҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шәхси аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Бөтөнләй ят кешеләргә лә бер-береһен аңлауы күпкә еңеләйер. Бәғзеләр нин­дәйҙер сарала бергә ҡатнашыу тураһында һүҙ бирешер. Ғөмүмән, аҙна тыныс һәм файҙалы үтер.      


Буға (21.04 – 21.05)
Һуңғы ваҡытта был осор иң уңышлыһы булмаҡсы. Элек башланған бер нисә эше­геҙҙе йәтеш кенә тамамларға форсат сығыр. Быны етәкселәрегеҙ күрмәй ҡал­маҫ. Кемдер бик өмөтлө тәҡдим дә ишетер.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был көндәр һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдыр­мағыҙ. Ҡайһы бер игеҙәктәр икенсе эшкә  күсеү тураһында уйлана башлар. Икелән­мәгеҙ, бар үҙгәреш тә яҡшыға.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күңелегеҙ күтәренке булыр. Һуңғы ара­ла күпте башҡара алдығыҙ, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә мөмкиндер. Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ дөрөҫ булды. Хата ебәрмәү генә түгел, элеккеләрен дә төҙәтә алдығыҙ, шикелле. 


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның тәүге яртыһы бигерәк тә өмөтлө күренә. Бәғзеләр эштәрен тәр­типкә килтерер. Әйткәндәй, йондоҙҙар иҫке әйберҙәрҙән, кейемдән, ҡағыҙҙарҙан мөмкин тиклем ҡотолорғға ҡуша. Эш сәфәре менән юлға сыҡҡандар мотлаҡ уңыр.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Күңелегеҙҙе күптән борсоп торған ниндәйҙер етди мәсьәлә бар һымаҡ. Һөйләшеүҙе бер нисә мәртәбә үҙегеҙ кисектерҙегеҙ, буғай, тәүәккәллек тә ет­мәгәндер, бәлки. Был эште киләһе йылға ҡалдырмағыҙ, уны хәл итеү өсөн йомала уңайлы мәл килеп сығыр.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр мәшәҡәтле килер. Төп эшегеҙҙә өҫтән төшкән күрһәтмәләрҙе ашығыс үтәргә тура килер. Был ҡатмарлы булһа ла, һеҙҙең өсөн ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Һәр осраҡта ла элекке тәжрибәгеҙ ярҙам итер.


Саян (24.10 – 22.11)
Йондоҙҙар артыҡ сәбәләнмәҫкә ҡуша. Барыбер әллә ни эш ҡыла алмаҫһығыҙ, моғайын. Иң өмөтлө көнөгөҙ шаршамбы булыр. Тәжрибәле кеше менән фекер алышырға форсат тейер. Бер юлы ҡайһы бер нәмәгә күҙегеҙ ҙә асылыр.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Йыл аҙағы һеҙ алдан уйлағанса килмәҫ. Шулай ҙа уның йомғаҡтары ҡәнәғәт­ләнерлек күренә кеүек. Һуңғы ике айҙағы эшмәкәрлегегеҙ һиҙелерлек емеш килтерҙе – киләһе йылда ла эшегеҙҙе дауам итергә форсат булыр.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: