Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
9 Декабрь , 09:40

Йондоҙнамә

(9 –15 декабрь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна был юлы үтә мәшәҡәтле лә, файҙалы ла күренә. Элек иғтибар етмәгән ҡайһы бер мәсьәләне лә хәл итергә форсат табырһығыҙ. Бәғзеләр элек ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт белдерер.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шаршамбыла ике эште бер юлы башҡарып, береһен дә тулыһынса тамамлай алмаҫһығыҙ һымаҡ. Ниндәйҙер элекке бәйләнеште яңыртырһығыҙ. Уның киләсәктә кәрәге тейер.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шишәмбе бәхәсһеҙ үтмәҫ кеүек. Күпселектә уны башлап ебәреүсе үҙегеҙ булырһығыҙ. Башығыҙҙа тәү ҡарашҡа өмөтлө күренгән уй-фекерҙәр тыуыр. Тик уларҙы бойомға ашырырға әлегә мөмкинлегегеҙ юҡ шикелле.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбенән үк көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, алдан төҙөгән планығыҙ буйынса эш итегеҙ. Кесе йомала иғтибарлыраҡ бу­лығыҙ. Ниндәйҙер бик кәрәк нәмә тураһында онотоуығыҙ ихтимал.  

    
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителә. Башланған эштәрегеҙҙе аҙағынаса ет­кереү өсөн бер аҙ көс түгергә тура килер. Башҡалар менән аралашыу ҡәҙимгенән күпкә ҡыйыныраҡ булыр. 


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Хәлегеҙ яйлап ҡына ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Шаршамбынан һуң алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Шуныһы мөһим – алға китеү өсөн үҙегеҙҙең көс-хәлегеҙ етергә тейеш.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала иғтибарлы булыуығыҙ файҙа килтерер. Тап шуның арҡаһында ғына ҡайһы бер борсоп торған һорауҙарға яуап табырһығыҙ. Эш араһында яҡын дуҫ­тарығыҙ менән дә осрашырға форсат булыр. 


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтәһе лә һеҙ уйлағанса барыр. Тейешле әҙерлек  менән эш итеүегеҙ көткән уңышҡа килтерер. Кесе йомала ғына хәлдәрҙең ҡатмарланып китеүе бар. Бәғзеләрҙең ысын йөҙөн күрерһегеҙ, бәлки.  

 
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҡәҙимгенән күбәйер. Һәр саҡтағыса барыһына ла булышлыҡ итергә тыры­шырһығыҙ, моғайын. Тик үҙ эшегеҙҙең артта ҡалыуы ла бар.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһында эштәрегеҙ арыу ғына барыр. Шаршамбынан һуң ҡыйынлыҡтар һиҙелә башлар. Кемдер аҫтыртын ғына һеҙгә ҡаршы эш итә һымаҡ. Уны еңел асыҡларһығыҙ.


Саян (24.10 – 22.11)
Ыңғай яңылыҡтар даими килеп торор. Улар күберәк шәхси тормошоғоҙға ҡа­ғылыр. Шишәмбелә ебәргән хата­ларығыҙҙы тиҙ төҙәтә алырһығыҙ. Йомала ишеткән яңылыҡ кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Иң мөһим эштәрегеҙгә әлегә йондоҙҙар тотонмаҫҡа ҡуша. Башта мәсьәләләрҙе бар яҡтан өйрәнергә кәрәк булыр. Уйламаған хәлдәр ҙә килеп сығыр. Йомала ҡылған эшегеҙ өсөн аҙаҡ үкенерһегеҙ. 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: