Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
2 Декабрь , 09:20

Йондоҙнамә (2 – 8 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (2 – 8 декабрь)
Йондоҙнамә (2 – 8 декабрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Уйлағандарығыҙҙы күпселектә бойомға ашыра алмаҫһығыҙ. Бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Ярҙам вәғәҙә иткән кеше һүҙендә тормаҫ, моғайын. Бер аҙҙан барыһын да яңынан башларһығыҙ.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе өмөтлө аҙна көтә. Бер ниндәй ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ. Шаршамбыла уйланғандан икеләтә күберәкте булдырырһығыҙ. Аҡса ваҡытында килеп торор. Кесе йомала файҙалы һөйләшеү булыр.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөтә көн дә һәйбәт уҙыр. Шишәмбе генә бер аҙ икеле уҙыр, ваҡиғалар барышын төҫмөрләү ауырыраҡ булыр. Үҙен бик күптән белдермәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ. Йөрәгегеҙ бер аҙ елкенеп китер.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбелә эшегеҙҙә юҡ сәбәптән ниндәйҙер бәхәс килеп сығыуы ихтимал. Әгәр үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, ул тиҙ онотолор һәм һөҙөмтәләр килтермәҫ. Был арала ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.    

 
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башында уҡ күңелегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Ошонан һуң һеҙҙе бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ ҡурҡытмаҫ. Был арала элек хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләне еңел генә сисерһегеҙ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор һис тә еңел булырға оҡшамай. Иң ауыр осраҡтарҙа ла аҡылығыҙҙы егеп, уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: иң ауыр хәлдә лә бер түгел хатта ике юлды табырға мөмкин.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йондоҙҙар һеҙгә аҡса менән һаҡ эш итергә ҡуша. Был йәһәттән шаршамбы хәүефле күренә, аҡсағыҙҙы ниндәйҙер файҙаһыҙ нәмәгә тотоноуығыҙ ихтимал. Шәмбелә яҡындарығыҙға ярҙам итергә форсат табырһығыҙ. 


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында элек булдыра алмаған эштәрегеҙҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Шишәмбелә кемдер үҙенең элекке үпкәһен белдерер. Уның менән аңлаша алырһығыҙ  кеүек. Кесе йомала үҙ хәлегеҙҙән сығып эш итегеҙ.

  
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яҡын кешеләрегеҙ менән дә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы бар. Шаршамбыла кемдер элекке дәғүәһе тураһында әйтер. Кесе йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Килеп торған аҡсағыҙҙы тотонмаҫҡа тырышығыҙ – улар бик тиҙҙән кәрәк буласаҡ. Был арала бәғзеләр көтөлмәгән өмөтлө осрашыуҙарға барыр. Ижади кешеләр өсөн аҙна бигерәк тә уңышлы уҙыр.


Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбелә һиҙгер булығыҙ – ваҡиғалар барышы икеле көтөлә. Һеҙгә бер аҙ күҙәтергә һәм фекер төйнәргә кәрәк булыр. Был арала бик мөһим эш менән булышырһығыҙ. Ярҙам тәҡдим иткәндәрҙе кире ҡаҡмағыҙ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Кеше араһында күп булырһығыҙ. Үҙегеҙҙе һәйбәт яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Был үҙенән-үҙе килеп сығыр, көс түгергә лә кәрәкмәҫ. Кесе йомала тиҙ эш итерһегеҙ – оҙаҡ уйларға мөмкинлегегеҙ булмаҫ. 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: