Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
25 Ноябрь , 16:07

Йондоҙнамә (25 – 1 декабрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...    

Йондоҙнамә (25 – 1 декабрь)
Йондоҙнамә (25 – 1 декабрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡапыл күбәйер. Баш күтәрмәй эш итергә тура килер. Шаршамбыла бик ҡатмарлы мәсьәләне йәтеш кенә хәл итеү юлын табырһығыҙ. Артабан йорт-хужалыҡ эштәре менән мәжғүл булырһығыҙ.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Борсолор өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Артыҡ үҙ һүҙле булыуығыҙ ҙа ҡамасаулар, бәлки. Шаршамбыла мөм­кинлектәрегеҙҙе яңылыш баһалап, нин­дәйҙер хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Йондоҙҙар был арала аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға ҡуша. 


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала әллә ни ҙур яңылыҡтар көтөлмәй кеүек. Бөтәһе лә үҙ яйы менән барыр. Күпте өмөт иткән танышығыҙ бөтөнләй күҙегеҙҙән юғалыр. Йомалағы хәл бер аҙ йәнләндереп ебәрер.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҡса менән һаҡ булығыҙ. Уны ши­шәмбелә кәрәкмәгән әйбергә то­то­но­уығыҙ мөмкин. Һеҙҙән бурысҡа алып торған кешеләрҙе бик оҙаҡ күрмәҫһегеҙ. Кесе йомала бәхетле мәл кисерерһегеҙ.     


Буға (21.04 – 21.05)
Был арала күптәрҙең элек күренмәгән ижади һәләттәре асылыр. Әллә ни ҙур уңыштар булмаҫ, шулай ҙа тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнер. Ҡайһы бер мәсьәләгә күҙегеҙ асылыр.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дүшәмбеләге мәшәҡәттәргә иғтибар бирмәгеҙ. Улар тиҙ онотолор. Шаршамбыла етди ҡыйынлыҡтар  көтөлә. Ярҙамға килеүселәр булыр, ләкин уларҙың файҙаһы теймәҫ.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡыйынлыҡтар күбәйер. һәр хәлдә лә түҙемле булығыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башламаҫҡа кәңәш ителә. улар һеҙҙән күп көс-ваҡыт талап итер. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙға артыҡ ышанмаҫҡа ҡуша.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яҡшы таныш эштәрегеҙ һәр саҡтағыса һәйбәт барыр. Шаршамбыла ҡапыл килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеүгә көсөгөҙ етмәҫ. Ситтән ярҙам эҙләрһегеҙ кеүек. Йомала аҡса, бүләк көтөгөҙ.  


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Борсолоуһыҙ булмаҫ, моғайын. Ләкин хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр осрамаҫ. Шаршамбыла кемгәлер һиҙелерлек ярҙам итергә мөмкинлек табырһығыҙ. Был изге эшегеҙ онотолмаҫ. Бик өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала иң яҡын кешеләрегеҙ ҙә ниәттәрегеҙҙе аңламаҫ. Күпселек осраҡта үҙаллы эш итерһегеҙ. Шаршамбыға ҡар­шы төндә күргән төшөгөҙҙә ниндәйҙер борсоған һорауға яуап табырһығыҙ.


Саян (24.10 – 22.11)
Тотонған эшегеҙ ни тиклем ауыр булһа, шулай уҡ ҡыйынлыҡтар ҙа артыр. Төп эшегеҙҙә бәхәстәр ҙә йыш сығыр. Шулай ҙа бер кем дә алдығыҙға сыға алмаҫ. Был хәл аралашыуҙа кире эҙемтәгә килтерер.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡыйынлыҡтар һәр саҡтағыса осрап торор. Кеше кәңәштәренең бер ниндәй ҙә файҙаһы булмаҫ. Киреһенсә, улар башығыҙҙы бутар. Йондоҙҙар һәр хәлдә лә үҙ аҡылығыҙға таянырға саҡыра.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: