Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ныҡышмал булһағыҙ, шишәмбелә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Яҡындарығыҙ быға тейешле баһа бирер. Был көндәрҙә кемгәлер етди ярҙам да итерһегеҙ. Килгән аҡса көткәндән әҙерәк булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала бәғзеләрҙең күңелендәге мөхәббәт тойғолары асыҡ беленер. Тик улар нисек килде, шулай уҡ тиҙ китер ҙә. Аралашыу һәр саҡ файҙалы булмаясаҡ. Кемдер кәрәкмәгән кәңәштәре менән бимазалар.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында янығыҙҙағы кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Был хәлдән файҙаланып, ҡайһы бер мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Арағыҙҙа булған ҡайһы бер ҡытыршылыҡ бөтөнләй онотолор. Йомала яңы фекерҙәш осратырһығыҙ
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар күпкә ынтылырға ҡушмай. Башта бер аҙ хәл йыйып, ял итегеҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Бик тиҙҙән хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ дөрөҫ булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Көндәр һәйбәт килмәксе. Әллә ни ҙур юғалтыуҙар, хаталар көтөлмәй. Шишәмбелә ыңғай ваҡиғалар булыуы ихтимал. Кемдер күптән эсен бошорған мәшәҡәттән бөтөнләй ҡотолор. Бәғзеләр файҙалы танышлыҡ булдырыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Ҡай саҡ уларға кире яуап бирһәгеҙ, дөрөҫ булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Яҡындарығыҙҙан кемдер кәйефегеҙҙе күтәрер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Юлығыҙҙа осраған ҡыйынлыҡтар борсолоу тыуҙырмаҫҡа тейеш. Бик күптән алған тәжрибәгеҙҙең кәрәге тейер, бәлки. Кемдер һеҙгә этлек яһарға маташыр һымаҡ – быныһын да ваҡытында күрерһегеҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Янығыҙҙағы кешеләр менән арағыҙ күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Был шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡағылыр. Күптән көткән һөйләшеүҙең һеҙ уйлағанса ғына үтмәүе лә бар. Яҡын арала уңайлы мөмкинлек килеп сығыр әле.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тәүге өс көн тыныс уҙыр, үҙегеҙҙе майҙа йөҙгән ҡоймаҡ кеүек тойорһоғоҙ. Өмөтлө осрашыуҙар, күңелле сәфәрҙәр булыуы ихтимал. Артабан мәшәҡәттәр баҫыр, эшкә егелергә тура килер. Шәмбеләге хәл кәйефегеҙҙе күтәрер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙарҙың ярҙамын һәр саҡ һиҙеп торорһоғоҙ. Күп мәсьәләләрҙе еңел генә хәл итерһегеҙ. Ошо уңайҙан, бәләкәй генә булһа ла, хәйер биреүегеҙ мотлаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер яңы, элек белмәгән нәмәгә өйрәнерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбелә һирәк осрай торған уңайлы мәлгә тап булырһығыҙ. Уны күрергә тырышығыҙ, юғиһә аҙаҡ үкенерһегеҙ. Шәмбелә иғтибарлы булығыҙ. Яңылыш бер генә һүҙ әйтеп, эште боҙоуығыҙ мөмкин.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала сығымдарығыҙ күбәйер. Ҡай саҡ аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән әйберҙәргә тотонорһоғоҙ. Бәғзеләргә аҡса әҙерләргә лә тура килер, бәлки. Кемдер тиҙҙән буласаҡ ғаилә ваҡиғаларына әҙерләнә башлар.