Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
28 Октябрь , 09:16

Йондоҙнамә (28 октябрь - 3 ноябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (28 октябрь - 3 ноябрь)
Йондоҙнамә (28 октябрь - 3 ноябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эшегеҙ ҡәҙимгенән күберәк булмаҡсы. Шулай ҙа үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә һиҙелерлек булдыра алырһығыҙ. Яҡын­дарығыҙ ҙа йомоштары менән йыш мөрәжәғәт итер. Күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белдерер.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә төрлө һөйләшеүҙә йыш ҡатнашырһығыҙ. Иғ­тибарлы булһағыҙ, ҡайһы бер файҙалы нәмәләрҙе ишетерһегеҙ, бәлки. Кесе йомала көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Кемдер ҙур яңы эшкә тотонор, моғайын. Элек үтә ҡатмарлы күренгән мәсьәләләр ҙә был юлы һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Эш сәфәрҙәренә сыҡ­ҡандар бигерәк тә уңыр – эшегеҙҙе икеләтә күберәк башҡарырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙың бөтөнләй көтөлмәгән йүнәлеш алыуы бар. Тиҙҙән бының айышына төшөнөрһөгөҙ һәм артабан барыһы ла үҙ яйы менән китер. Шуныһы мөһим – бер ниндәй ҙә юғалтыу кисер­мәҫһегеҙ.    

Буға (21.04 – 21.05)
Аралашыуҙар бигерәк тә файҙалы булыр. Был арала бер нисә өмөтлө осрашыу булыуы бар. Осраҡлы ғына күрешеүҙәрҙең оҙайлы дуҫлыҡҡа әйләнеүе мөмкин. Бәғзеләр кеше хаталарын төҙәтер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эшегеҙ күп булһа ла, әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ. Аҡса мәсьә­ләһе генә борсоп торор. Байтаҡ ваҡыт килемегеҙ сығымдарығыҙға ҡарағанда күбәйер. Йомала яңы һөнәргә өйрәнерһегеҙ. 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна яҡшы яңылыҡтар килтерер. Иң мөһим ваҡиғалар шаршамбыла көтөлә. Һәр кем элек түккән көс-ваҡытына ҡарап, үҙ баһаһын алыр. Ялҡауҙарға бер ни ҙә эләкмәҫ, әлбиттә. Был арала эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙ иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алдығыҙ кеүек. Ҡайһы саҡ ярҙамсылар эҙләргә лә мәжбүр булырһығыҙ. Шаршамбыла бәғзеләр үҙ эшен һеҙгә йөкмәтергә маташыр. Уларҙы ары ебәрергә оялмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тыныс ҡына барған көндәр ҡапыл үҙгәрер. Шаршамбыла өйөгөҙҙә йәки эшегеҙҙә ниндәйҙер ыҙғыш килеп сығыуы ихтимал. Һеҙгә унда ҡыҫылыуҙан бер ниндәй файҙа булмаҫ – ике яҡтан да тәнҡит һүҙҙәре генә ишетерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Янығыҙҙа кемдер иғтибарығыҙҙы йәлеп итергә тырышыр. Һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ, уның уйы мәкерле булыуы ла мөмкин. Был арала бурысҡа аҡса бирергә һәм алырға ашыҡмағыҙ.  

Саян (24.10 – 22.11)
Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Шишәмбегә бағлаған өмөтөгөҙ аҡланмаҫ, моғайын, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн ниндәйҙер аҡса алырһығыҙ кеүек.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбелә кемдер һеҙҙең түҙем­ле­ге­геҙҙе һынарға маташыр. Ҡыҙыуыраҡ кешеләрҙең был «имтихан»ды үтмәүе лә бар. Кесе йомала бәғзеләр юғалтыу кисерер. Күптәр уны ваҡыт үткәс кенә аңлар.

 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: