Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
14 Октябрь , 08:48

Йондоҙнамә (14 – 20 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (14 – 20 октябрь)
Йондоҙнамә (14 – 20 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала күптәр ҡапыл мөхәббәт той­ғоларына бирелер һымаҡ. Ижади кешеләрҙә элек йоҡлап ятҡан дәрт-дарман уяныр. Бәғзеләр өсөн иң уңышлы осор башланыр.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Маҡсаттарығыҙ ҙур булһа ла, күпселектә улар уйығыҙҙа ғына ҡалыр кеүек. Йә­шерәктәрҙең тәжрибәһе етмәҫ, олораҡтар төрлө сәбәпкә һылтаныр. Үкенескә күрә, аҙна араһында һиҙелерлек уңыштар көтөлмәй.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Көндәр һәйбәт буласаҡ. Шишәмбелә уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Һеҙгә көс түгергә лә кәрәкмәҫ, бәхет ҡулығыҙға үҙенән-үҙе килер. Тик, һәр саҡтағыса, был хәлде бик аҙ кеше генә күрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе. Күпселек ваҡыт яҡшы таныш эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Кесе йома бөтөнләй файҙаһыҙ үтер. Кемделер эҙләргә һәм көтөргә тура килер.    

Буға (21.04 – 21.05)
Өмөтлө аҙна. Һуңғы ваҡытта борсоп торған мәсьәләләрҙе бер-бер артлы хәл итерһегеҙ. Ыңғай яҡтан бигерәк тә шишәмбе айырыуса яҡшы булмаҡсы. Көтмәгән яҡтан ярҙам да килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала кеше йомоштары менән күп йөрөрһөгөҙ. Кесе йомала үҙегеҙ ҙә ярҙамға мохтаж булырһығыҙ. Ләкин мөрәжәғәт итерлек кешене таба алмаҫһығыҙ, моғайын.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күтәренке кәйефегеҙ арҡаһында әүҙем эш итерһегеҙ, ләкин был кешеләргә оҡшамауы ла ихтимал. Айырым кешеләрҙән тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Тик улар алдында аҡланмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Ләкин күпселеге уйығыҙҙа ғына ҡалыр, моғайын. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн әлегә мөмкинлектәрегеҙ самалы һәм уңайлы мәлдәр ҙә көтөлмәй.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаны һәйбәт кенә башлап ебәрерһегеҙ,  тик ашығыуығыҙ арҡаһында хатала­ныуығыҙ ихтимал. Ҡайһы бер эштәрегеҙгә ҡабат тотонорһоғоҙ. Ғөмүмән, алға китеүегеҙ бик икеле.

Үлсәү (24.09 – 23.10)Бөтә эшегеҙ ҙә ҙур ауырлыҡ менән барыр. Янығыҙҙа кемдер һеҙгә даими аяҡ сала кеүек. Уны асыҡлаһағыҙ, хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала күптән көткән хәбәр  ишетерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Күпселек маҡсатығыҙ буш хыял булып ҡаласаҡ. Ысынлап та, был арала төрлө ҡыйынлыҡ йыйылып киткәндәй тойолор. Бик һирәктәр генә уларға бирешмәҫ. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ яйлап яҡшырыр. 

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Барыһы ла һәйбәт кенә барған һымаҡ. Шишәмбелә бөтә эшегеҙ ҙә яҡшы барыр, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Башҡаларға ярҙам итеү форсатын да табырһығыҙ. Йомалағы яңылыҡтар күңелегеҙҙе күтәрер.

 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: