Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
16 Сентябрь , 09:23

Йондоҙнамә

(16 – 22 сентябрь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр был арала ниндәйҙер бик өмөтлө күренгән эш менән мауығыр. Ахырҙа уңышҡа өлгәшә алыр­һығыҙ, ләкин ҡыйын­лыҡтар уйлағандан күберәк булыр, мо­ғайын. Кесе йомала уйламаған осрашыу булыуы ихтимал.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙнаның йомғаҡтары маҡтанырлыҡ бул­маҫ. Буш һөйләшеүҙәр күбәйер. Яҡшы таныш кешеләр менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Шаршамбыла күп ваҡыты­ғыҙҙы бө­төнләй кәрәк булмаған эш менән уҙғарырһығыҙ.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала түҙемле булыуығыҙ мөһим. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр уйлағандан күпкә яйыраҡ барғандай тойолор. Ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектереп торорға ла тура килер. Эш сәфәренә сыҡҡанда ҡыйынлыҡтарға осрар­һығыҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Шулай ҙа эш­тәрегеҙ күпселектә ауырлыҡ менән барыр. Шаршамбыла башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ты­уыр. Яҡындағылар уларға ҡарата ыңғай ҡарашын белдерер. 


Буға (21.04 – 21.05)
Дүшәмбенән үк иң ҡатмарлы һәм ҙур эштәргә тотонорға кәңәш ителә. Бер аҙ ныҡышмаллыҡ күрһәтһәгеҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Йомала һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был көндәрҙәге аралашыу файҙалы бул­маҡсы. Бәғзеләр элекке мөнәсә­бәт­тәрҙе яңыртыр. Кесе йомала хәлдәрҙең уйламаған йүнәлештән китеүе бар. Өҫ­тәмә мәшә­ҡәттәргә ҡарамаҫтан, бары­һына ла өл­гөрөрһөгөҙ.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна яҡшы үтер. Эшегеҙҙе лә баш­ҡарыр­һығыҙ, башҡаларға ла ярҙам итер­һегеҙ. Бәғзеләр был арала ышаныслы фекерҙәш табыр. Алған аҡсағыҙ бик тиҙ бөтөр кеүек.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Был йәһәттән шаршамбы айырылып торор. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул һеҙгә дөрөҫ юлды күрһәтер. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн аҡса алыуығыҙ ихтимал.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Еңел уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ауырлыҡ менән барыр.  Күптән онотолған мәсьәләләргә яңынан тотонор­һоғоҙ. Кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ҡушыла.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуып торор. Шулай ҙа уларҙы әлегә башҡалар менән уртаҡлашырға ашыҡмағыҙ. Бының өсөн ваҡыт булыр әле. Был арала йорт-хужалыҡ эштәре һиҙелерлек сығымдар талап итер.


Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе уңышлы осор көтә. Шишәмбелә нин­дәйҙер элек хәлегеҙҙән килмәгән мә­сьәләне сисерһегеҙ. Бында яңы та­ныш­тарығыҙ ҙа булышлыҡ итер, бәлки. Кесе йомала бәғзеләргә етди аҙым яһарға кәрәк булыр.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ҡаршылыҡтар күбәйер. Әгәр уларҙан ҡурҡмаһағыҙ, шаршамбы һәм йомала тос уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Рәсми ойошмалар менән бәйле мә­сьәлә­ләрегеҙ тағы ла туҡтап ҡалыр кеүек.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: