Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
2 Сентябрь , 09:24

Йондоҙнамә

( 2–8 сентябрь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Эшегеҙҙә аҙна башынан уҡ ҡыҙыу бәхәстәр килеп сығыуы мөмкин. Ҡыйын булһа ла ниндәйҙер уртаҡ фекергә килергә тырышығыҙ. Ғөмүмән, был арала үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ, буғай.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Шаршамбы айырыуса уңышлы көтөлә. Бәғзеләрҙән ярҙам да булыр, тик аҙаҡ уларға рәхмәт белдерергә онотмағыҙ. Кемдер һеҙҙе сәйәси һөйләшеүгә йәлеп итергә маташыр – бынан ары тороғоҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Йондоҙҙар үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаларға, мәсьәләләрҙе бар яҡтан өйрәнергә ҡуша. Юғиһә көс-ваҡытығыҙҙы юҡҡа әрәм итеүегеҙ бар. Артыҡ үҙ һүҙле булмаһағыҙ, башҡалар менән арағыҙ яҡшы буласаҡ. Кесе йомала көтмәгәндә аҡса алырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Шишәмбелә һәйбәт яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Шаршамбыла һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Бөтөнләй уйламаған яҡтан ярҙам да килер кеүек. Аҡса яғынан ғына ҡыйынлыҡ һиҙерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала мәшәҡәттәрегеҙ күбәйер. Ҡай саҡ ашығыс эш итерһегеҙ. Шаршамбыла үҙегеҙгә ҡарата үпкәләрлек иҫкәрмә ишетерһегеҙ. Һәр хәлдә тыныс ҡалырға тырышығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна ҡыйыныраҡ башланыр. Шишәмбеләге ваҡиғаларҙың бөтөнләй уйламаған йүнәлештән китеүе ихтимал. Кесе йомала ғына бер аҙ тыныс һуларға форсат булыр. Күптән көткән хәбәрҙе йомала ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Эштәрегеҙ ҡыйынлыҡ менән барыр. Уйламаған ҡаршылыҡтар ҡайҙандыр сығып ҡына торор. Шулай ҙа шаршамбыла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Артабан хәлегеҙ яйлап яҡшырыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Был арала бәғзеләр рәсми сараларҙа ҡатнашыр. Унда үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтерһегеҙ. Кесе йомала уңайлы мәлдәргә осрарһығыҙ. Йондоҙҙар әүҙемлек күрһәтергә ҡуша.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙнаны иң ауыр һәм ҙур эштәрҙән башлап ебәреүегеҙ дөрөҫ булыр. Уларҙы йәһәт кенә башҡарырһығыҙ, быға үҙегеҙ ҙә артырарһығыҙ хатта. Кесе йомаға тәғәйенләнгән һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы көтөлә.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Милек, аҡса менән бәйле мәсьәләләр яҡшы хәл ителер. Һәр осраҡта элекке тәжрибәгеҙҙең ярҙамы тейер. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Улар йорт, ғаилә эштәренә ҡағылыр, моғайын.

Саян (24.10 – 22.11)

Көндәр һәйбәт килмәксе. Шишәмбелә иғтибарлы булыуығыҙ ярҙам итер, башҡалар күрмәгәнде күрерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер мөһим һорауға тулы яуап алырһығыҙ. Уның кире булыуы ла мөмкин.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҡса даими килеп торор. Элек башҡарған эштәрегеҙ өсөн дә аҡса алыуығыҙ бар. Шаршамбыла уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыр. Бәғзеләре ашығыс хәл итеүҙе талап итер һымаҡ.

ӨМӨТБАЕВ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: