Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Август , 10:28

Йондоҙнамә

(19-25 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

(19 – 25 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Алдығыҙҙа торған мәсьәләләр тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә. Уларҙы ваҡытында хәл итеү һеҙҙән тырышлыҡ һәм түҙемлек талап итә. Был арала үҙегеҙҙе һәр саҡ яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Уларҙың тиҙ үҙгәреүе үҙегеҙгә лә оҡшар, моғайын. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәргә сығыуығыҙ ихтимал – улар мотлаҡ уңышлы көтөлә. Көтөлмәгән һөйләшеү ҙә файҙалы булыр – элек белмәгәнде ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай ҙа көндәр һәйбәт килмәксе. Бәғзеләр күптән башлаған эшен тамамлар. Йондоҙҙарҙың ярҙамы бигерәк тә шаршамбыла асыҡ һиҙелер. Йомала ғаиләгеҙҙә ыңғай ваҡиға булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ҡыйынлыҡтар осрап торор. Ҡай саҡ икеләнергә лә тура килер, бәлки. Шаршамбыла алдығыҙҙа ниндәйҙер мөмкинлектәр асылыр. Уларҙан үҙегеҙгә бер аҙ файҙа ла алырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Нисек эш итеү тураһында ныҡлап уйланығыҙ. Ышаныслы кешеләр менән дә фекер алышыуығыҙ дөрөҫ булыр, моғайын.  Шаршамбынан һуң уйламаған эштәр менән дә булышырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ҡәҙимге аҙна. Күптән таныш булған эштәрегеҙҙе башҡарырһығыҙ. Шишәмбелә кеше хаталарын төҙәтерһегеҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итер. Уны сисеү күп көс ваҡытығыҙҙы алыр

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Көндәр һәйбәт килер. Шаршамбы һәм шәмбе бигерәк тә уңышлы көтөлә. Ошо арала кемдер һеҙгә ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен асыҡ белдерер. Уның ыңғай икәне тураһында фараз итергә мөмкин.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр даими тыуып торор. Күптән эсегеҙҙе бошорған ниндәйҙер етди мәсьәләгә ныҡлап тотонорһоғоҙ. Уны хәл итеү еңел булмаҫ, шулай ҙа һеҙ дөрөҫ юлдаһығыҙ. Кесе йомала файҙалы һөйләшеү көтөлә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала күпселектә үҙ аллы эш итерһегеҙ. Башҡалар менән уртаҡ эш итеү тураһында һөйләшеү ауырыраҡ уҙыр. Кесе йомала ғына кемдер үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна башында борсолорға ла мәжбүр булырһығыҙ, моғайын. Ят мәсьәләләр килеп тыуыр. Уларҙы ентекле өйрәнергә кәрәктер. Был көндәрҙе баш күтәрмәй үткәрерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, күпкә өлгәшерһегеҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе. Шаршамбыла ғаиләгеҙҙә ыңғай ваҡиға булыр. Был арала яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор алдан уйланғандан ҡыйыныраҡ килергә оҡшай. Бәғзеләрҙең эшегеҙгә кире баһа биреүе лә бар. Ҡай саҡ үҙ фекерегеҙҙе яҡларға ла тура килер. Рәсми ҡағыҙҙар менән эш иткәндә үтә иғтибарлы булығыҙ.

Өмөтбай.

Автор:
Читайте нас: