Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
5 Август , 12:14

Йондоҙнамә

(5-11 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна барышында ниәттәрегеҙҙе бойомға ашыра алмаҫһығыҙ. Яҡындарығыҙ үҙ йомоштары һәм һорауҙары менән йыш ҡамасаулар. Кесе йома башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә етди ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, эшегеҙ менән булығыҙ. Ярҙам итеүселәр ҙә табылыр. Аҡса менән бәйле эштә йондоҙҙар иғтибарлы булырға ҡуша. Йомала кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Шаршамбы һәм кесе йома үтә уңышлы көтөлә. Был көндәрҙә ниндәйҙер ҙур эште тамамларһығыҙ. Иғтибарлыҡ күрһәтегеҙ. Йомала яҡшы яңылыҡтар килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аралашыуҙа уңырһығыҙ. Фекерҙәрегеҙҙе башҡаларға еткереү ауыр булмаҫ. Һеҙҙе һәр саҡ ишетерҙәр, аңларҙар һәм ярҙам итерҙәр. Алда һеҙҙе берҙән-бер ҡыйынлыҡ көтә. Теләгегеҙҙе ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн аҡса етмәүе ҡамасаулар.

Буға (21.04 – 21.05)

Һуңғы ваҡытта башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәрегеҙ күп тыуҙы. Ҡайһы берҙәре менән уртаҡлашырға ла булалыр. Шикләнмәгеҙ, улар яҡындарығыҙ тарафынан мотлаҡ яҡлау табыр. Бәғзеләр ярҙам итергә лә һүҙ бирер, бәлки.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала күпкә өлгәшерһегеҙ, буғай. Эшегеҙ байтаҡ булһа ла, аптырап ҡалмаҫһығыҙ. Ижади һәләттәрегеҙ юғары буласаҡ. Кемдер йомала бик абруйлы кеше менән осрашыр. 

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙҙе ҡәҙимге көндәр көтә. Әллә ни һиҙелерлек уңыштарға өмөт итмәгеҙ, шулай ҙа ҙур юғалтыуҙар ҙа булмаҫҡа тейеш. Был арала элек ҡылған эшегеҙ өсөн яуап бирергә кәрәк булыр. Бәғзеләр өсөн еңел булмаҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна һәйбәт башланыр. Яҡшы яңылыҡтар, ыңғай ваҡиғалар ҙа күп булмаҡсы. Шаршамбыла үтә үҙгәреүсән ваҡиғалар көтөлә, етеҙ эш итеүегеҙ мөһим. Кесе йомала кемдер ярҙамға мохтаж булыр. Уның йомошон да хәл итә алырһығыҙ. 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Көндәр мәшәҡәтле килер. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Кеше кәңәштәренә ҡарағанда, эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Һәр хәлдә ашыҡмаҫҡа ҡушыла, ныҡлап уйламайынса бер аҙым да яһамағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Һәр саҡ йондоҙҙар ярҙамын һиҙерһегеҙ. Шишәмбелә көтөлмәгән, ләкин өмөтлө ваҡиғалар булыуы ихтимал. Кесе йомала аралашыуҙа ҡытыршылыҡ булыуы бар. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн аҡса йәки бүләк алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна һәйбәт башланып китер. Шаршамбыла ваҡиғалар барышы һеҙ уйлағанса булмауы мөмкин. Шулай ҙа борсолор өсөн етди сәбәптәр юҡ. Иң ауыр мәсьәләләрҙе лә бер ниндәй ярҙамһыҙ еңел сисерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һеҙҙе һиҙелерлек уңыштар көтә. Был бигерәк тә шишәмбе һәм кесе йомала беленер. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла борсоп торған мәсьәләләрҙе хәл итерһегеҙ, моғайын. Йомала уйламаған сығымдар булыуы мөмкин, уларға иғтибар ҙа итмәҫһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ. 

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: