Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Июль , 10:17

Йондоҙнамә (15–21 июль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (15–21 июль)
Йондоҙнамә (15–21 июль)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Берәй яуаплы эшкә тотонорҙан алда ныҡлап уйлағыҙ. Икеле, микеле сараларҙа ҡатнашыуҙан ары тороғоҙ. Алдан төҙөлгән ниәттәрегеҙҙе боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, аҙна һәйбәт үтер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Осор уңышлы булмаҡсы. Уйлағандан күберәкте булдыра алырһығыҙ. Шишәмбелә һәм шәмбелә һиҙелерлек алға китерһегеҙ. Шаршамбыла иғтибарлыраҡ булығыҙ. Юлға сыҡҡанда һеҙкә кәрәкле ниндәйҙер әйберҙе онотоуығыҙ ихтимал.

Балыҡ ( 20.02  20.03)

Төрлө мәшәҡәт күбәйһә лә, аҙнаны һәйбәт үткәрерһегеҙ. Һәр саҡ иғтибарлы булыуығыҙ ярҙам итер. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ. Бәғзеләр был арала өмөтлө танышлыҡ булдырыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор. Күптәр яңы етди эшкә тотонорға баҙнат итер. Шишәбелә ишеткән кәңәш урынлы һәм файҙалы булмаҡсы. Йомалағы ваҡиға оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр, моғайын.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шишәмбелә тыныс булып ҡалыу бик икеле. Эсегеҙҙе бошорорлоҡ хәлдәр йыш осрар. Ныҡлап уйлағанда, борсолоу өсөн етди сәбәп юҡ һымаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер уңайлы мәл кисерерһегеҙ һәр осраҡта ла эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала ҡайһы бер эштәрегеҙ туҡтап торор. Ярҙам вәғҙә иткән кемдер һүҙендә тормаҫ. Әлегә бер аҙ көтөргә, түҙемлек күрһәтергә кәрәк булыр. Йомалағы һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Етди ҡарар ҡабул итерҙән алда ете ҡат үлсәгеҙ. Бында һеҙгә хата яһау ихтималлығы янай. Тәжрибәле кешеләр менән кәңәш итеүегеҙ һәйбәт булыр. Кесе йомала бер аҙ аҡсалата килем көтөгөҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аралашыу яҡшы барыр. Фекерегеҙҙе ярты һүҙҙән аңларҙар һәм ҡбул итерҙәр. Ошо арала ниндәйҙер йәмәғәти сараға саҡырыу алырһығыҙ. Йондоҙҙар унда мотлаҡ ҡатнашырға ҡуша – барыуығыҙ үтә файҙалы буласаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Әллә ни ҙур уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Әммә ҡайһы бер эштә – эшегеҙҙе тәртипкә килтерә алырһығыҙ, моғайын. Бынан һуң үҙегеҙҙе күпкә иркенерәк тойорһоғоҙ. Кесе йомалағы ваҡиға күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала бәғзеләрҙе өмөтлө танышлыҡ көтә. Яңы мөнәсәбәттәр бик оҙаҡ дауам итер. Шаршамбыла төп эшегеҙҙә ниндәйҙер бәхәс килеп сығыуы ихтимал. Уны тәрәнгә ебәрмәҫкә тәжрибәгеҙ етергә тейеш.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҡайсаҡ мөмкинлектәрегеҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Шишәмбелә бындай ҡараш хаталарға килтерер. Етди эштәргә тотонор алдынан барыһын да ете ҡат үлсәгеҙ. Йома үтә мәшәҡәтле көтөлә – ярҙам эҙләргә кәрәк булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Иҫтә ҡалырлыҡ ыңғай ваҡиғаларҙы шишәмбе һәм шәмбе көтөгөҙ. Шаршамбылағы хәлдәр үтә үҙгәреүсән буласаҡ, ашығыс эш итергә тура килер. Бәғзеләр ниндәйҙер йәмәғәти сараға әҙерләнер.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә (15–21 июль)
Йондоҙнамә (15–21 июль)
Автор:
Читайте нас: