Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
13 Май , 09:20

Йондоҙнамә (13 –19 май)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!    

Йондоҙнамә (13 –19 май)
Йондоҙнамә (13 –19 май)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Кәйефегеҙ һәйбәт буласаҡ. Был бөтә эшеҙгә ыңғай булышлыҡ итәсәк, әлбиттә. Өмөтлө аралашыу көтөлә. Яңы таныштарығыҙға үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Бер-береһен яратҡандар ҙа бәхетле мәл кисерер.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Мәшәҡәттәр күп булһа ла, йондоҙҙар ярҙамы менән барыһын да булдырырһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне тулыһынса асыҡларға форсат булыр. Йомала бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбе һәм йомала уңыштар көтөлә. Шаршамбыла эшегеҙҙә бәхәстәр килеп сығыуы мөмкин. Улар оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ уртаҡ тел табырһығыҙ. Бәғзеләр юлға сығыр, бәлки. Йондоҙҙар һәр саҡ иғтибарлы булырға ҡуша.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Мәл яңы эштәрҙе башлау өсөн уңайлы. Күтәренке кәйефегеҙ, ташып торған дәртегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Киләсәктә һеҙҙе мотлаҡ һиҙелерлек уңыштар көтә. Уҡып йөрөгәндәр өсөн дә көндәр һәйбәт булмаҡсы.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шишәмбелә эштәге хәлегеҙгә ҡағылған ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ. Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителер – ниәттәрегеҙҙе бойомға ашырыу еңел булмаҫ. Күпселектә үҙаллы эш итерһегеҙ. Аҙаҡ ярҙам итеүселәр табылыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ыңғай үҙгәрештәр мотлаҡ буласаҡ. Кемдер элек боҙолған араларҙы ялғар. Бәғзеләр кәрәк кеше менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә форсат табыр. Кесе йомала уйламаған уңыш көтөгөҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Эске тауышығыҙға һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Шишәбелә ул һеҙгә бик кәрәкле саҡта тейешле юлды күрһәтер. Был арала башығыҙҙа яңы ниәт-маҡсаттар тыуыр. Улар артыҡ ауыр күренмәҫ. Башҡарған эшегеҙҙең йомғаҡтары уйлағандан күпкә яҡшыраҡ булыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шишәмбелә ниндәйҙер ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ. Уны һеҙгә яҡын кеше белдерер. Ошо арала кемгәлер арыу ғына ярҙамығыҙ тейер. Йомала үҙегеҙ ярҙамға мохтаж булырһығыҙ. Көткәндән әҙерәк аҡса алырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна бигүк тыныс булырға оҡшамай. Шулай ҙа ҙур мәшәҡәттәр көтөлмәй, бәләкәйҙәрен хәл итергә тәжрибәгеҙ етергә тейеш. Иң ҡатмарлы саҡта ла тыныс ҡалырһығыҙ. Кесе йомала көтмәгән бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Уйлмаған ваҡиғаларға осрарһығыҙ. Шишәмбелә алдан ҡорған ниәттәрегеҙҙе боҙорға ла тура килер, бәлки. Кемдер үҙ теләге менән ярҙам тәҡдим итеүе. Йомала бик ҡатмарлы мәсьәләне сисерһегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Осор мәшәҡәтле булһа ла, ыңғай хәлдәр ҙә осрап торор. Янығыҙҙағылар эшегеҙгә йыш ҡыҫылыр, тик был араларҙы боҙоуға килтермәҫ. Кесе йомала бәғзеләр ҡыуаныслы мәл кисерер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Йондоҙҙар эштәрегеҙ тураһында һөйләргә ҡушмай – кәрәкмәгән бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Тыныс ҡына эш итегеҙ, уның йомғаҡтарын барыһы ла күрер. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу көтөлә. Уны тиҙ ҡайтара алырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: