Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
26 Февраль , 09:16

Йондоҙнамә (26 февраль – 3 март)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Йондоҙнамә (26 февраль – 3 март)
Йондоҙнамә (26 февраль – 3 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер. Ҙур ҡыйынлыҡтар осрамаҫ, ләкин алдан төҙөгән ниәттәрегеҙ боҙолор. Шишәмбелә бер ҙә уйламаған эш менән булышырһығыҙ, бәлки. Шулай ҙа юғалтыуҙар булмаҫҡа тейеш.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе мәшәҡәтле осор көтә. Алдығыҙҙа яңы мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Шаршамбыла ҡы­йынлыҡтар ҡапыл күбәйер. Был арала көтөлмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ижади кешеләр һәм уҡып йөрөгәндәр өсөн уңышлы аҙна. Йондоҙҙар был арала аҡсалата сығымдарығыҙға ҡарата иғти­барлыраҡ бу­лырға ҡуша. Шаршамбыла кәрәкмәгән нәмәгә аҡсағыҙҙы әрәм итеүегеҙ ихтимал. Йомала теләһә ниндәй бәхәстәрҙән ары тороғоҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Яҡындарығыҙға ла ярҙамығыҙ тейер, моғайын. Шаршамбыла һиҙгерлегегеҙ булышлыҡ итер – кәрәкмәгән хәлдән еңел генә ҡотолорһоғоҙ. Һаулығығыҙ өсөн борсолоуығыҙ юҡҡа ғына – бының өсөн бер ниндәй ҙә етди сәбәп юҡ. 

Буға (21.04 – 21.05)
Күтәренке кәйефегеҙ һәр саҡ эштәрегеҙгә булышлыҡ итеп торор, әүҙем эшмәкәрлеккә этәрер. Шишәмбенән һуң яңы мөмкин­лектәр килеп сығыр. Уңайлы мәлдәрҙе көтөргә генә ҡала – улар тиҙ килер. Йомала уйламаған килем алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Йондоҙҙар гел һаҡ эш итергә саҡыра, сөнки был арала икеле хәлдәр йыш осрар. Шаршамбыла һиҙгерлегегеҙ кәрәкмәгән мәшәҡәттән ҡотолорға ярҙам итер. Бәғзеләрҙе мәшәҡәтле һәм бер юлы ҡыуаныслы ваҡиғалар көтә.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна бигүк еңел булырға оҡшамай. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу һеҙҙән көс һәм түҙемлек талап итер. Ҡайсаҡ хаталаныуығыҙ ҙа ихтимал. Шаршамбыла ҡатмарлы мәсьәләне ашығыс хәл итерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бөтәһе лә ҡәҙимгесә барыр һымаҡ. Бәғзеләр өсөн шәхси мөнәсәбәттәр тәүге урынға сығыр. Әйтергә кәрәк, улар өмөтлө күренә. Кесе йомала ыңғай ваҡиға булыр. Ул оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала ҡәҙимгенән күберәк булдыра алырһығыҙ. Элек ауырлыҡ менән барған эштәрегеҙ ҙә еңел барыр. Алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор. Ышаныслы дуҫтарығыҙ менән дә осрашырға форсат сығыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар үтә иғтибарлы булырға өндәй. Кемдер һеҙҙе ниндәйҙер маҡсат менән алдарға маташыр. Ашыҡмай, барыһын да ентекле тикшереп эш итһәгеҙ, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Йомала көтөлмәгән бүләк йәки уйламаған ерҙән аҡса килер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында эшегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҡәҙимгенән күберәк осрар. Кәрәк­мәгән кәңәштәр эсегеҙҙе бошорор. Ләкин түҙергә тура килер. Икенсе яҡтан, шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәр саҡ һәйбәт, яҡындарығыҙҙың ярҙамын һи­ҙерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙаллы эш итһәгеҙ, һиҙелерлек алға китә алырһығыҙ. Быға элекке тәжрибәгеҙ ҙә булышлыҡ итер. Шаршамбыла эш урынығыҙҙа ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыуы бар. Был арала бәғзеләр рәсми ойошмалар менән күп эш итер. 

 Өмөтбай.

Йәшлек

Йондоҙнамә (26 февраль – 3 март)
Йондоҙнамә (26 февраль – 3 март)
Автор:
Читайте нас: