Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Февраль , 09:15

Йондоҙнамә

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙнаның тәүге яртыһы ҡатмарлы килеүе ихтимал. Борсолоу өсөн сәбәптәр, кире хәлдәр ҙә булыр. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙҙән ваҡытлыса баш тартырһығыҙ. Шаршамбынан һуң ғына барыһы ла үҙ яйы менән китер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Йондоҙҙарҙың ярҙамын асыҡ тойорһоғоҙ. Иң ауыр мәсьәләлр ҙә еңел сиселер. Үҙегеҙгә лә бер аҙ әүҙемлек күрһәтергә кәрәк булыр. Шишәмбе һәм кесе йомала уңайлы мәлдәр күп осрар, уларҙы файҙаланып ҡалығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Мәшәҡәтле һәм бер юлы файҙалы осор көтөлә. Шишәмбеләге ваҡиғалар ҡайһы бер нәмәне яңыса күрергә ярҙам итер. Был арала алған тәжрибәгеҙҙең артабан йыш кәрәге тейәсәк. Йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна үтә ҡатмарлы булмаҡсы. Төрлө икеле хәл күбәйер. Ашыҡмағыҙ, фекер төйнәгеҙ, күҙәтегеҙ. Йондоҙҙар әлегә ҡырҡа аҙымдар яһамаҫҡа ҡуша. Шишәмбелә аҡса менән һаҡ булығыҙ, кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Юҡ-барға иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Әгәр шулай итһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Шаршамбыла башҡаларҙың эштәре менән булышырһығыҙ, бәлки. Йомала, киреһенсә, һеҙҙең эштәргә ҡыҫылырға маташырҙар.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна мәшәҡәтлерәк башланыр. Ығы-зығынан ҡотола алмаҫһығыҙ. Ижад менән бәйле кешеләргә ауырыраҡ булыр. Шуға ҡарамаҫтан, башлаған эштәрегеҙҙе мөмкин тиклем дауам итегеҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр килер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көтөлмәгән хәлдәр булыр -булыуын. Быға тыныс ҡарағыҙ, борсолоу өсөн етди сәбәптәр юҡ һымаҡ. Алдан төҙөлгән план буйынса эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Кесе йома рәсми ойошмаларға мөрәжәғәт итеү уңайлы.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Көндәр яҡшы килер. Шишәмбелә генә башҡалар менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Шулай ҙа хәлдәр тиҙ яйланыр. Быға үҙегеҙҙе дөрөҫ тотоу ҙа булышлыҡ итер. Йомала килем дә алырһығыҙ һәм бер юлы юғалтыу ҙа кисерерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Һеҙҙе өмөтлө осор көтә. Файҙалы осрашыуҙар, фекер төйнәү һәм киләсәккә ниәттәр ҡороу өсөн яҡшы ваҡыт. Кесе йомала килеп сыҡҡан мәшәҡәттәрҙе ыңғай хәл итеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмаҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғармағыҙ. Аҙна иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеү өсөн уңайлы. Шишәмбеләге ваҡиғаларҙан һуң мөмкинлектәрегеҙҙең тағы ла артып китеүе бар. Үҙегеҙ хаҡында кемдеңдер иҫенә төшөрөү өсөн уңайлы мәл булыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Күптән башлаған эшегеҙҙе тамамлау өсөн форсат сығыр. Кемдер рәсми ойошманан көткән бик кәрәкле ҡағыҙҙы алыр. Ҡыуанырға ашыҡмағыҙ, тағы ла бер аҙ уның артынан йөрөргә тура килер. Йомалағы хәлдәр күңелегеҙҙе күтәрер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Күпселек осраҡта үҙаллы эш итергә мәжбүр булырһығыҙ. Ярҙамға килеүселәр әллә ни булмаҫ, моғайын. Икенсе яҡтан, кәрәкмәгән бәхәстәрҙән ҡотолорһоғоҙ. Аҡсағыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Тиҙҙән сығымдарығыҙ ҡапыл артыр.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас: