Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Көндәр файҙалы үтер. Элек ҙур ҡыйынлыҡ менән барған эшегеҙ ҙә еңел барыр. Бәғзеләрҙе өмөтлө танышлыҡ көтә. Яңы танышығыҙ киләсәктә ышаныслы фкерҙәш булыр. Көткән аҡса ваҡытында килер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аралашыу был арала яҡшы барыр. Ниндәйҙер дөйөм эште башлап ебәреү тураһында һөйләшеү булыр, бәлки. Шаршамбыла шәхси тормошоғоҙға ҡағылған мөһим ваҡиға көтөлә. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һеҙгә йомош менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер. Ҡайсаҡ үҙ эштәрегеҙҙе туҡтатып, кешеләрҙеке менән булышырһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Кемдер боҙолған араны яңынан тергеҙер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Төрлө кеше эшегеҙҙе күҙәтер – бәғзеләр яҡшылыҡ теләп, кемдер кире маҡсатта. Бәләкәй генә хата ла ебәрмәҫкә тырышығыҙ – уларҙы арттырып, юҡ-бар хәбәр таратыусылар табылыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерерһегеҙ. Ҡайсаҡ яҡындарығыҙ менән дә аралашыу ауыр булыр. Кемдер элекке ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Бындай хәл, әлбиттә, кәйефегеҙгә кире йоғонто яһар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала әллә ни ҙур ваҡиғалар булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа күптән эсегеҙҙе бошороп торған ҡайһы бер эшегеҙҙе тулыһынса тамамларһығыҙ. Кесе йомала һеҙҙе ниндәйҙер иҫтә ҡалырлыҡ уңыш көтә.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә даими булышлыҡ итер. Уңайлы мәлде мөмкин тиклем файҙаланып ҡалығыҙ. Иң ҡатмарлы, элек булдыра алмаған эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Йомалағы һөйләшеү күңелегеҙҙе күтәрер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна уйламаған мәшәҡәттәр килтерер. Ҡайһы бер ниәттәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектереп торорға ла тура килер. Дөйөм хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен шаршамбынан һуң асыҡ тойорһоғоҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Шишәмбе һәм кесе йомала һеҙҙе кире хәлдәр көтә һымаҡ. Әйткәндәй, улар бигүк ҙур булмаҫ, ләкин кәйефегеҙҙе боҙор. Ҡайсаҡ яҡшы таныш эштәрегеҙ лә ҡыйынлыҡ менән башҡарырһығыҙ. Йомала иғтибарлылыҡ тураһында онотмағыҙ.
Үлсәү ( 29.09 – 23.10)
Ҡәҙимге аҙна. Бөтәһе лә үҙ яйы менән барған кеүек. Шишәмбеләге хәлдәр ҡайһы бер нәмәгә күҙегеҙҙе асыр. Кемгәлер ҡарашығыҙ ҡырҡа үҙгәреүе лә ихтимал. Шишәмбелә йондоҙҙар икеле аҙымдарҙан һаҡланырға ҡуша.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Дүшәмбе көтөлмәгәнсә башланыр. Шулай ҙа ҡайғырмағыҙ, дөйөм хәлегеҙ бик тиҙ үҙгәрәсәк. Ишеткән хәбәрҙәрҙе тикшерергә кәңәш ителә – башығыҙҙы бутарға теләүселәр ҙә табылыр. Кеше фекеренә лә әллә ни ышанмағыҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Көндәр һәйбәт килер. Аралашыуҙар файҙалы булыр. Шишәмбелә элек һеҙгә иғтибар итмәгән кешенән ниндәйҙер яҡшылыҡ күреүегеҙ бар. Ғөмүмән, яҡындарығыҙ менән арағыҙ һиҙелерлек яҡшырыр. Күптәнге изге эшегеҙҙең сауабын күрерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.