Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Аҙна әллә ни тыныс килмәһә лә, файҙалы уҙыр. Күптәр үҙ эштәре менән булышыр. Тәжрибәгеҙ етерлек булмаһа ла, кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ҡушыла. Шаршамбыла күңелегеҙгә ятмаған тәҡдим ишетеүегеҙ бар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02 )
Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булмаҡсы. Улар күпселектә аҡса һәм милеккә ҡағылыр. Бәғзеләр яңы, әллә ни ҙур булмаған килем сығанағы табыр, бәлки. Кесе йомала яҡындарығыҙҙан тәнҡит һүҙҙәре ишетерһегеҙ.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Алдығыҙға өр-яңы ҡатмарлы мәсьәләләр баҫыр. Кемгәлер элек белмәгәнде өйрәнергә тура килер. Кемдер эшен аҙағынаса еткерә алмаҫ кеүек. Был арала аҡсалата кеүек. Был арала аҡсалата кеүек. Был арала аҡсалата сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күбәйер.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Аҙнаны иң мөһим эштәрҙән башлап ебәрерһегеҙ. Тәүге уңыштарҙы бик тиҙ күрерһегеҙ. Ярҙамға килерлек кешеләр ҙә табылып торор. Көтөлмәгән, бер ҡасан да булмаған ергә эш сәфәренә сығыуығыҙ ихтимал.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Әллә ни мөһим ваҡиғалар көтөлмәй һымаҡ. Шулай ҙа иҫтә ҡалырлыҡ хәлдәр мотлаҡ осрар. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуып торор. Шишәмбелә кемдәндер йылы һүҙ ишетерһегеҙ. Уйламаған ерҙән аҡса ла килер, бәлки.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Мәл милек менән бәйле мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн уңайлы. Рәсми ойошмалар менән дә эштәрегеҙ мотлаҡ уңыр.Бәғзеләрҙең ниндәйҙер күптән уйлап йөрөгән ҙур эште башлап ебәреүҙәре бар. Уның ахыры яҡшы булыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Яҡшы яңылыҡтар даими килеп торор. Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылырға ғына тора. Уларҙы, тәүге сиратта, күреүегеҙ мөһим. Бер аҙ тәүәккәллек тә кәрәгер. Өр-яңы өлкәлә көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп булмаҫ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Был арала етеҙ булырға тырышығыҙ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә үҙгәреүсән булмаҡсы. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, элек булдыра алмағанды еңел башҡарырһығыҙ. Шаршамбыла етди ҡағыҙҙар мепән иғтибарлыраҡ эш итегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Бәғзеләр элекке хаталарын асыҡлап, уларҙы төҙәтә алыр. Кемдер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табыр. Йомаға тәғәйенләнгән эшегеҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Мөмкинлегегеҙҙән сығып, һәр саҡ дөрөҫ эш итерһегеҙ. Юғалтыуҙар йәки артҡа сигенеүҙәр булмаҫҡа тейеш. Был арала ниндәйҙер өмөтлө осрашыу булыуы ла мөмкин. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Көндәр тыныс үтер. Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәһә лә, ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғармаҫһығыҙ. Күптәр ашыҡмай ғына эштәрен тәртипкә килтерер. Өҫтәмә килем алыу мөмкинлеген дә табырһығыҙ. Шулай ҙа көткән аҡса еңел генә килмәҫ һымаҡ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шишәмбелә яҡындарығыҙ менән ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Әйткәндәй, бының сәбәбе лә юҡҡа тиң булыр, моғайын. Араны боҙмаҫҡа аҡылығыҙ етер. Аҙна барышында бик етди һәм өмөтлө һөйләшеү булыр.
ӨМӨТБАЙ.