Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Ғинуар , 09:15

Йондоҙнамә (15 – 21 ғинуар)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Йондоҙнамә (15 – 21 ғинуар)
Йондоҙнамә (15 – 21 ғинуар)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала һаҡ булығыҙ. Ҡайсаҡ көсөгөҙҙө яңылыш самалайһығыҙ һымаҡ. Бындай ҡараштың хаталарға килтереүе ихтимал. Иңегеҙгә артыҡ яуаплылыҡ алмағыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбелә борсолоу өсөн сәбәптәр табылыр. Улар ғаилә хәлдәренә ҡағылыр, моғайын. Кесе йоманан һуң яңы мөмкинлектәр килеп сығыр. Бәғзеләр яңы эшкә ихлас тотонор.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Осор мәшәҡәтле көтөлә. Шулай ҙа ыңғай хәлдәр ҙә осрар. Шаршамбыла яҡшы хәбәр ишетеүегеҙ мөмкин. Был арала йыш ҡына бер юлы ике-өс эш менән булышырһығыҙ. Ғөмүмән, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Эштәрегеҙ күбәйер . Башлап ебәргәндәренә өр-яңылары өҫтәлеүе ихтимал. Шуларҙың бәғзеләрен кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк булыр. Нигеҙҙә барыһын да тейешенсә башҡара алырһығыҙ. Һуңға табаныраҡ ярҙамсылар ҙа табылыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был арала йондоҙҙар яҡшы таныш эш менән шөғөлләнергә кәңәш итә. Яңы башланған эштәрегеҙ ,киреһенсә, бик тиҙ бөтөнләйгә туҡтар. Кешеләргә артыҡ ышаныуығыҙ һәр саҡ ҡамасаулар, хаталарға ла килтереүе мөмкин.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна һәйбәт килер. Бәғзеләр ниндәйҙер элек туҡтап торған эшен дауам итер. Уҡып йөрөгәндәр һәм белемен арттырғандар бигерәк тә уңыр. Элек аңламаған нәмәләрҙең асылына еңел төшөнөрһөгөҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 –  23.07)

Кире хәлдәргә йыш осрарһығыҙ. Уларҙы еңергә тәжрибәгеҙ, ҡайсаҡ һиҙгерлегегеҙ ярҙам итер. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙ менән үтә һаҡ булырға ҡуша, әлегә уларға тулыһынса ышанырға ярамаҫ. Кесе йомала кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осор мәшәҡәтле һәм бер юлы файҙалы көтөлә. Бәғзеләр яңы эштәргә тотонор, улар һәйбәт кенә башланып китер. Кесе йоманан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә онотмағыҙ. Йомала бүләк йәки аҡса алыуығыҙ ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Мәл аралашыу өсөн өмөтлө. Төрлө кеше менән уртаҡ тел табыу, үҙ фекерегеҙҙе еткереү ауыр булмаҫ. Шаршамбыла яҡшы хәбәрҙәр килеүе мөмкин – улар төп эшегеҙгә ҡағылыр һымаҡ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна файҙалы үтер. Бик ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын табырһығыҙ. Кемдер быға үҙе төшөнөр, бәғзеләр дөрөҫ кәңәш алыр. Кесе йомалағы ваҡиға оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шишәмбелә бер аҙ борсолорға ла тура килер, бәлки. Ҡайһы бер хәлдәрҙең уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Шулай ҙа аптырап ҡалмаҫһығыҙ – әүҙем эш итерһегеҙ. Тик ошо көндәрҙә дошмандарығыҙ ҙа үҙҙәре хаҡында белдерер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ҡайсаҡ ҡыйынлыҡ кисеррһегеҙ һымаҡ. Ике яҡтан да үпкәләшеүҙәр булыуы ихтимал. Яҡындарығыҙ ҙа эштәрегеҙгә ҡәҙимгенән йышыраҡ ҡыҫылырға маташыр. Йондоҙҙар был арала башҡаларға артығын һөйләмәҫкә ҡуша.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә (15 – 21 ғинуар)
Йондоҙнамә (15 – 21 ғинуар)
Автор:
Читайте нас: