Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
8 Ғинуар , 10:35

Йондоҙнамә (8 – 14 ғинуар)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!    

Йондоҙнамә (8 – 14 ғинуар)
Йондоҙнамә (8 – 14 ғинуар)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был көндәрҙә һеҙҙән, тәү сиратта, түҙемлек талап ителә. Етди сәбәпһеҙ тиктомалға эсегеҙ бошор. Һәр хәлдә лә һәр аҙымығыҙҙы уйлап, ашыҡмай эш итегеҙ. Аҡсағыҙҙы уйлап ҡулланығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Яҡын кешеләрегеҙҙең ыңғай ҡарашын күреү күңелегеҙҙе күтәрер. Бәхәстәр булыуы ла ихтимал, тик улар тиҙ онотолор. Алдағы ҙур эшегеҙ тураһындағы уйҙар бер аҙ күңелегеҙҙе борсор.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна араһында өмөтлө осрашыуҙар, файҙалы һөйләшеү тыуыр. Фекерҙәрегеҙ менән асыҡтан-асыҡ  уртаҡлашыу мөмкинлеге сығыр. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күбәйер,  ләкин быға үкенмәҫһегеҙ. Күңелегеҙҙе күптән өйкәгән өй-йорт мәсьәләһен хәл итерһегеҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Күптән күрмәгән кеше менән һөйләшергә мөмкинлек булыр. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр. Кесе йомала эс бошорғос хәлдәргә осрарһығыҙ. Һеҙҙән бер аҙ түҙемлек талап ителә.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көтөлмәгән хәлдәргә осрарһығыҙ. Улар артыҡ етди булмаҫ. Шулай ҙа бер аҙ кәйефегеҙҙе боҙор. Был арала йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға ҡуша. Шәмбелә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Алда һеҙҙе бик көсөргәнешле көндәр көтә. Был арала мөмкин тиклем үҙегеҙгә ял бирегеҙ, ауыр уйҙарығыҙҙы онотоғоҙ. Аҙна араһында яҡындарығыҙ менән арағыҙҙы нығытырға форсат сығыр. Киләсәктә уларҙың ярҙамына йыш мохтаж булырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна һәйбәт башланыр. Йондоҙҙарҙың ярҙамын асыҡ тойорһоғоҙ. Уңайлы мәлдән мотлаҡ файҙаланып ҡалығыҙ. Ниндәйҙер мөһим эшегеҙҙе йәтеш кенә тамамларһығыҙ. Бынан күңелегеҙ ҙә күтәрелер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Был арала бер нисә ыңғай ваҡиға булыуы ихтимал. Шишәмбелә, мәҫәлән, бүләк йәки аҡса алыуығыҙ мөмкин. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә күп аралашырһығыҙ. Кемдәндер уйламаған хәбәр ҙә ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

 Иғтибарлы булыуығыҙ һәр саҡ ярҙам итер. Күптән күрмәгән кешенән бик кәрәкле хәбәр ишетерһегеҙ. Унан эш тураһында өмөтлө тәҡдим булыуы ла ихтимал. Был арала һатып алған әйберҙәрегеҙ бәрәкәтле булыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Уларҙы онотмаҫҡа тырышығыҙ, тиҙҙән кәрәге тейер. Был арала һис тә көтмәгәндә аҡса алырһығыҙ. Әйткәндәй, бындай килем артабан йыш булмаҡсы.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Мәл мөһим һәм етди эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Һәр саҡтағыса бығаяуаплы ҡарашығыҙ булышлыҡ итеп торор. Юлығыҙҙа ышаныслы кешеләр ярҙамына һәр саҡ өмөт итә алырһығыҙ. Оҙаҡламай эшегеҙҙең емештәрен күрерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна бик өмөтлө булырға оҡшай. Тап был арала ҡайһы бер һорауҙарға яуап табырһығыҙ. Киләсәгегеҙгә тулы асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Икеләнеүҙәр ҙә кисерерһегеҙ. Шәмбелә ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Сығанаҡ:  https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-01-07/yondo-nam-8-14-inuar-3577733

Читайте нас: