Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Үтеп барған йыл һеҙгә яңы мөмкинлектәр килтерҙе. Шуныһы мөһим: һеҙ уларҙы күрә алдығыҙ һәм тейешенсә файҙаландығыҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙең абруйығыҙҙы һиҙелерлек күтәреп, һәләтле шәхес икәнегеҙҙе раҫланығыҙ. Юлығыҙҙы артабан дауам итергә генә ҡала.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
2023 йыл төрлө ваҡиғаға бай булды. Һиҙелерлек уңыштар ҙа, кире хәлдәр ҙә байтаҡ осраны. Йыл барышында ҡайһы бер ҡимәттәргә ҡарашығыҙ ҙа бер аҙ үҙгәрҙе һымаҡ. Үҙ етешһеҙлектәрегеҙҙе лә күрә алдығыҙ һәм тейешле сара күрҙегеҙ – был һәләт бөтөн кешегә лә бирелмәй.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Йыл йомғаҡтары менән ҡәнәғәт булырға мөмкиндер. Бар өлкәлә лә алға китә алдығыҙ. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтар ҙа осраны: туғандарығыҙ менән арағыҙҙы яйға һалыу һеҙҙән күп көс һәм түҙемлек талап итте. Бәғзләр төп эшендә уңды – юғарыраҡ вазифа биләй алды.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Һуңғы айҙарҙа тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр күп булды. Әлбиттә, бының өсөн арыу ғына эшләнегеҙ, был үҙенән-үҙе килмәне. Артабан бындай өмөтлө йылдар йыш осрамаҫ, яулаған уңыштарығыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡ ҡына тырышырға тура килер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Йыл һеҙҙең өсөн мөһим булды. Тырышлығығыҙ һиҙелерлек емеш килтерҙе. Алдығыҙға ҡур маҡсаттар ҡуйыуығыҙ, ғөмүмән, дөрөҫ. Һайлаған юлдан һәр саҡ тура барығыҙ, ситкә тайпылмағыҙ. Ҡурҡмай иңегеҙгә яуаплылыҡ алыу ҙа һәр саҡ булышлыҡ итер.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
2023 йыл һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уҙҙы. Төрлө ваҡиға менән осрашыу һеҙгә сынығырға ярҙам иткәндер. Уйламаған хәлдәр ҙә булғыланы. Әйтергә кәрәк, һис тә бирешмәнегеҙ һәм ҡул ҡаушырып торманығыҙ.Элек бындай тәжрибә алғанығыҙ юҡ ине, буғай.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Һуңғы айҙа һис тә көтөмәгән хәлдәр менән осраштығыҙ. Хәйер, әллә ни юғалып ҡалманығыҙ. Артыҡ зыян да күрмәнегеҙ, үҙегеҙҙең уңғанлығығыҙҙы раҫланығыҙ. Яҡындарығыҙҙың ҡарашы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе – һеҙҙең менән аралашыуға теләүселәр, ҡәңәш һораусылар күбәйҙе. Ғөмүмән, был йылда күпкә алға китә алдығыҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн көсөргәнешле һәм бер юлы уңышлы йыл тамамланып килә. Мөһим ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм улар күбеһенсә дөрөҫ. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү еңел бирелмәне. Был һеҙҙән өҫтәмә көс һәм ваҡыт талап итте. Ҡыйынлыҡтар һеҙҙе тағы ла сыныҡтырҙы, тәжрибәгеҙҙе арттырҙы һымаҡ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Йыл йомғаҡтарын барлағанда, ҡәнәғәтлек кисерергә сәбәптәр бар. Ниндәйҙер ике хыялығыҙҙы бойомға ашырҙығыҙ. Матди хәлегеҙҙе лә нығытырға форсат булды. Шәхси өлкәлә лә әлегә барыһы ла ал да гөл (күҙ генә теймәһен!) Яҡындарығыҙҙың ярҙамын һәр саҡ тойҙоғоҙ, артабан да шулай булыр.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Дөйөм алғанда, йыл арыу ғына үтте һымаҡ. Айырым уңыштарығыҙ ҙа бар, буғай. Ләкин һүлпән булмағанда, икеләтә күберәк булдырыр инегеҙ. Тормош һеҙгә мөмкинлектәрҙе һәр саҡ тәҡдим итеп торҙо. Тик уларҙың күпселеген күрергә теләмәнегеҙ кеүек. Был турала етди уйланырға кәрәктер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
2023 йыл һеҙҙең өсөн иң уңышлыларҙан булғандыр. Уңайлы мөмкинлектәр ҙә ҡәҙимгенән йышыраҡ осраны. Шуларҙың яртыһынан ғына файҙалана алдығыҙ – ләкин шул да алда китергә булышлыҡ итте. Әлбиттә, уңыштар үҙенән-үҙе килмгәндер, уларға өлгәшер өсөн күп кенә эшләнегеҙ ҙә. Ҡайсаҡ һаулығығыҙға әҙерәк иғтибар бирегеҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Йыл барышында төрлө ваҡиғаға осранығыҙ. Төп эшегеҙҙәге хәлдәргә даими иғтибар йүнәлтеүегеҙ ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Яҡындағыларҙың ярҙамы ла һиҙелерлек булды. Ҡабул иткән ҡарарығыҙ үҙегеҙгә генә түгел, башҡаларға ла ҡағылды. Шуныһы мөһим – һуңғы ваҡытта иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға өйрәндегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.