Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
30 Октябрь 2023, 09:44

ЙОНДОҘНАМӘ

(30 октябрь – 5 ноябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Эске тауышығыҙҙы тыңлаһағыҙ, һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Уның ярҙамы менән ысын дуҫтарҙы ышанысһыҙҙарынан айыра алырһығыҙ. Йомалағы хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Шулай ҙа кире һөҙөмтәләр булмаҫ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ижади һәләтегеҙ ҡапыл асылып китер. Элек ауыр күренгән мәсьәләләр һис тә ҡурҡытмаҫ. Уҡып йөрөгәндәр ҙә мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр көтөлмәгән сәфәргә лә сығыр. Унан яҡшы кәйеф менән ҡайтырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Шишәмбелә ниндәйҙер етди һөйләшеү көтөгөҙ. Уның һөҙөмтәһе һеҙҙең киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Кесе йомала эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер. Ҡыйын булһа ла, тыныс ҡалырға тырышығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.04 – 20.05)

Иң һәйбәт көнөгөҙ шишәмбе булыр. Әүҙемдәр мотлаҡ уңыр, ялҡауҙар уңайлы мәлдәрҙе күрмәй ҡалыр. Йомалағы хәлдәргә иғтибар итмәгеҙ  – улар тиҙ онотолор һәм бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә килтермәҫ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һеҙҙең уй-фекерҙәрҙе барыһы ла аңламаҫ, моғайын. Бер кемгә лә ҡармай үҙ эшегеҙ менән булышығыҙ. Ваҡыт үткәс, һеҙҙең хаҡ булыуығыҙ тулыһынса раҫланыр. Шәмбелә аҡса менән һаҡ эш итегеҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 –  21.06)

Шишәмбелә осраҡлы ғына күптән күрмәгән кеше менән осрашыуығыҙ ихтимал. Һөйләшеү ҡыҫҡа булһа ла, икегеҙ өсөн дә файҙалы көтөлә. Кесе йома яҡшы хәбәр килтерер. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап алырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Дүшәмбелә йондоҙҙар аҡса менән һаҡ булырға ҡуша. Юғалтыуға дусар булыуҙан һаҡланығыҙ. Башҡа көндәр һәйбәт үтер. Йомала яҡын кешегеҙ менән бәйле яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Эске тауышығыҙҙы тыңлаһағыҙ, аҙна һәйбәт үтер. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәлә килеп сығыр. Башығыҙға килгән тәүге фекер яңылыш юлдан алып китер һымаҡ. Йомаҡты сисеү өсөн бер аҙ фекер төйнәргә кәрәктер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.08)

Шишәмбелә ишеткән яңылыҡтарға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Башта юҡ-бар күренгән хәбәрҙәр ҙә башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуҙырыр. Йомала ниндәйҙер осраҡлы осрашыу булыуы мөмкин.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Көндәр һәйбәт килер. Шаршамбыла ашыҡмаҫҡа ҡушыла. Берәй ҡарарға килер алдынан мәсьәләне бар яҡтан да өйрәнеүегеҙ мөһим. Йома мәшәҡәтле булһа ла, бер ниндәй ҙә зыян килтермәҫ.

Саян ( 24.10 –  22.11)

Аҙна өмөтлө генә көтөлә. Ашыҡмай ғына яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡорорға форсат сығыр. Бөтә мәсьәлә лә асыҡлыҡ бар кеүек. Бер юлы ышаныслы фекерҙәш тә табырһығыҙ, бәлки. Кесе йомала яҡшы хәбәр килер.

Уҡсы ( 23.11 –  21.12)

Был арала һеҙҙән түҙемлек талап ителер, моғайын. Шишәмбелә көтөлмәгән хәлдәр булыр,  алдан билдәләнгән юлдарығыҙҙан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Кесе йомала иғтибарлы булығыҙ – алдығыҙҙа ҡапыл мөмкинлектәр асылып китер.

ӨМӨТБАЙ.

Сығанаҡ: Йәшлек

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: