Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
18 Сентябрь 2023, 09:15

Йондоҙнамә (18 – 24 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт осор. Рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ яҡшы барыр һәм көткән һөҙөмтәгә килтерер. Яңы таныштарығыҙ менән дә уртаҡ тел табыу ауыр булмаҫ. Йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Күтәренке кәйефегеҙ бар эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Шаршамбылағы осраҡлы ғына күрешеү күңелегеҙҙе йылытыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Уңайлы мәлдәр шишәмбе һәм кесе йомала йыш осрар. Илһам-дәртегеҙ артыр, башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Шуны онотмағыҙ: был арала үҙаллы эш итеү күпкә отошлораҡ булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбелә бөтә эшегеҙ туҡтағандай тойолор, нимәнелер яңынан эшләргә тура килер. Хәйер, артта ҡалғанын тиҙ ҡыуып етерһегеҙ. Бәләкәй генә сәбәп менән дә табиптарға күренергә тартынмағыҙ. 

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның тәүге яртыһы тыныс үтер. Шаршамбынан һуң һеҙҙең тирәләге хәлдәрҙең  бер аҙ буталсығыраҡ булыуы бар. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, барыһын да дөрөҫ эшләрһегеҙ һәм хаталарға юл ҡуймаҫһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал. Уның һөҙөмтәләре һеҙгә файҙа килтерер.  Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ, моғайын. Кемдер һеҙгә булған ҡарашын туранан-тура белдерер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ыңғай ваҡиғалар даими ҡыуандырып торор. Шишәмбе-шаршамбыла һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе башҡаларҙан һәйбәтерәк башҡарырһығыҙ. Дошмандарығыҙ бер ни ҙә ҡыла алмаҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Көндәр мәшәҡәтле килер. Ваҡытығыҙ бик наҡыҫ буласаҡ. Яҡындағылар эштәрегеҙгә ҡәҙимгенән йыш ҡыҫылырға маташыр. Эсегеҙ бошһа ла, түҙегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ыңғай үҙгәрештәр күбеһенсә шәхси тормошоғоҙға ҡағылыр һымаҡ. Бәғзеләр ниндәйҙер етди һәм яуаплы аҙымға әҙерләнә  лә башлар. Кесе йома уйламағанса яҡшы үтер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Элек ауыр күренгән эш тә көтөлмәгәнсә һәйбәт барыр. Был хәлдең сәбәбен хатта үҙегеҙ ҙә аңламаҫһығыҙ. Уйламаған ерҙән аҡса килер. Йомала кемгәлер бүләк әҙерләрһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна тыныс үтергә оҡшамаған. Шишәмбе-шаршамбыла көсөргәнешле мәлдәр ҙә йыш осрар кеүек. Үҙегеҙҙе һаҡ тотһағыҙ, әллә ни ҙур юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ. Йома  һиҙелерлек сығымдар көтөлә. 

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Иң ауыр мәсьәләләргә тотоноуығыҙ дөрөҫ булыр. Ҡайсаҡ ярҙам да эҙләрһегеҙ. Был арала кемгәлер рәсми сараларҙа ла ҡатнашыу форсаты тейер. Кесе йомала йондоҙҙар булышлыҡ иткәнен асыҡ тойорһоғоҙ.

Өмөтбай.

Сығанаҡ: Йәшлек

Автор:
Читайте нас: