Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
4 Сентябрь 2023, 12:00

Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)
Йондоҙнамә (4 – 10 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Бөтә эштә лә һаҡ булыуығыҙ мөһим. Хыялдарға бирелеп, уйығыҙҙа ғына булғанды ысынбарлыҡ менән бутауығыҙ ихтимал. Кемдер ошо хатағыҙ менән файҙаланырға ла тырышыр, бәлки. Был йәһәттән яҡын кешеләрегеҙ урынлы кәңәш бирер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр үҙҙәренең оҫталыҡ-һәләтен күрһәтә алыр. Шаршамбы өмөтлө осрашыуҙар менән ҡыуандырыр. Аҙна барышында булдырған танышлыҡтар оҙайлы һәм файҙалы булмаҡсы.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Осор төрлө аралашыуға бай булыр. Һөйләшкән кешеләр араһында мәкерле, ихлас күңелле булмағандар ҙа осрар, моғайын. Бәғзелә аҫтыртын, ҡара маҡсаттар менән һеҙҙе үҙ яғына ауҙарырға ла маташыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Кәйефегеҙ һәр саҡ һәйбәт буласаҡ. Был арала кире ваҡиғалар көтөлмәй. Башығыҙҙа өмөтлө уйҙар даими тыуып торор. Уларҙың бер нисәһен ышаныслы кешеләр менән бүлешергә мөмкиндер. Уҡып йөрөгәндәр бигерәк тә уңыр.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көндәр ҡатмарлыраҡ килер. Электән таныш һәм өр-яңы эштәр менән дә булышырһығыҙ, моғайын. Барыһын да булдырырһығыҙ, ләкин уларға ваҡыт күберәк китер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Бәғзеләр яҡын арала сәфәргә сығыр, бәлки. Ул уңышлы көтөлә, ҡуйған маҡсаттарығыҙға мотлаҡ өлгәшерһегеҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Мөһим эштәрегеҙҙе аҙнаның тәүге яртыһына тәғәйенләргә ҡушылмай – көндәр бер аҙ мәшәҡәтле килер һымаҡ. Быға тыныс ҡарағыҙ, дөйөм хәлегеҙ тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала осраҡлы ғына бик файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Оҙаҡ уртаҡ тел таба алмаған кеше менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә форсат сығыр. Ниндәйҙер дөйөм эш тураһында ла һөйләшә алырһығыҙ. Рәсми ойошмалар менән бәйле эштәрегеҙ ҙә мотлаҡ һәйбәт барыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Иғтибарлылыҡ тураһында онотмағыҙ. Башҡаларҙы күҙәтеү ҙә файҙалы булмаҡсы, элек күрмәгәнде күрерһегеҙ. Шаршамбыла алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләлә килеп сығыуы мөмкин. Тыныс булығыҙ, уны тиҙ хәл итерһегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҡәҙимгенән күбәйер. Мөмкин тиклем барыһына ла ярҙам итә алырһығыҙ кеүек. Йомала ниндәйҙер күптәнге эшегеҙҙе артыҡ көс түкмәй башҡарырһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шишәмбелә әҙ булһа ла аҡса килеүе ихтимал. Кемдер элекке бурысын ҡайтарыр, шикелле. Был арала бәғзе кшенең һүҙендә тормауы арҡаһында мәшәҡәт килеп сығыуы ихтимал. Икенсе ышаныслы кешене эҙләргә тура килер, бәлки.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яҡындарығыҙ менән булған мөнәсәбәтегеҙ күҙгә күренеп үҙгәрер, элекке дәғүәләр бөтөнләй онотолор. Эшләгән урында ла абруйығыҙ артыр. Кесе йома бер аҙ ҡатмарлыраҡ көтөлә.  Эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ, ул дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-09-03/yondo-nam-4-10-sentyabr-3395864

Автор:
Читайте нас: