Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Август 2023, 11:00

ЙОНДОҘНАМӘ

(14 – 20 август)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫ

Аҙна һәйбәт кенә булмаҡсы. Тик хәл ителмәгән мәсьәләләр борсор. Иң мөһиме – башҡалар­ҙың бәхәсенә ҡыҫылмағыҙ: ике яҡ та һеҙгә ҡаршы төшөүе ихтимал.

 

БУҒА

Бар нәмә һеҙгә тырышлыҡ аша киләсәк. Бушты көтөп ултыр­мағыҙ, килмәйәсәк. Шәхси яҡтан уңышлы мәл, парһыҙҙар өсөн яңы таны­шыуҙар булыуы ихтимал. Шуға күрә быға әҙер, үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Йән-тән һаулығын хәстәрләү, һөнәри оҫталыҡты арттырыу аҙнаһы. Бының өсөн теүәллек, аныҡлыҡ талап ителә. Эштә лә иғтибар кәрәк, хеҙмәттәштәрегеҙ менән һүҙгә килешмәҫкә тырышығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Һығымта яһай торған мәл. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, сәбәпте үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Яңы пландарҙы тормошҡа ашы­рырға һеҙ әлегә әҙер түгел.

 

АРЫҪЛАН

Үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура киләсәк. Мәҫәлән, яңы етәк­се килгән икән, уға оҡшар өсөн эштәге тырышлыҡ ҡына етмәйәсәк. Ғаиләгеҙ менән булырға ла онотмағыҙ, улар һеҙҙең иғтибарға мохтаж.

 

ҠЫҘ

Һөнәри оҫталыҡты камиллаш­ты­рығыҙ. Был һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡ: яңы вазифа тәҡ­дим итеүҙәре бар. Хроник сирҙә­регеҙ булһа, табипҡа барыуҙы кисектермәгеҙ

 

ҮЛСӘҮ

Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер. Был, әлбиттә, тиҙ генә килеп сыҡ­маҫ, шулай ҙа аҙна ваҡиғалары ғәҙәттәргә, инаныуҙарға башҡа юҫыҡтан бағырға ярҙам итер.

 

САЯН

Көсөргәнешле көндәр. Эшегеҙ күп, өйҙә лә һеҙҙән күпте өмөт итерҙәр. Ваҡытығыҙҙы буш әйбер­ҙәргә әрәм итмәгеҙ. Үҙегеҙҙең эске торошоғоҙ тураһында ла онотмағыҙ.

 

УҠСЫ

Проблемалар килеп сығыуы ихтимал, уларҙы тыныс юл менән хәл итерһегеҙ. Ғаиләгеҙгә иғтибар кәрәк. Әгәр быйыл ял итмәһәгеҙ, әле мәле еткән.

 

ЫЛАҠ

Тырыш, уңған икәнлегегеҙҙе күрһәтергә тура килер, эштәрегеҙ артыр. Борсолмағыҙ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Һеҙҙең энергияғыҙ ашып торған мәл. Уны дөрөҫ файҙаланығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Эшмәкәрлегегеҙҙең һөҙөмтә­һен күрерһегеҙ. Мөһим бурыс башҡарырһығыҙ һәм быны мотлаҡ билдәләп үтерҙәр. Һөнәри абруйығыҙ күтәрелер.

 

БАЛЫҠ

Ниндәйҙер ваҡиға логик аҙа­ғына яҡынлаша. Ул ыңғай булырмы, киреме – үҙегеҙҙән тора. Һәр хәлдә тәжрибә алырһығыҙ. Аҡса килә торған мәл, файҙаланып ҡалығыҙ, мәҫәлән, яңы проект башларға була.

 

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-08-11/yondo-nam-14-20-avgust-3382839

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:
Читайте нас: