Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
11 Апрель 2023, 10:36

Йондоҙнамә (10 – 16 апрель)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (10 – 16 апрель)
Йондоҙнамә (10 – 16 апрель)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәҫ. Ҡәҙимге эштәр менән булырһығыҙ. Шишәмбе үтә көсөргәнешле уҙыр. Артабан хәлегеҙ еңеләйер. Йомала уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Бер аҙ борсолор өсөн етди сәбәптәр табылыр. Тап был арала ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Ике юлдың, һәм мөмкинлектең береһен генә һайлағыҙ. Бер генә кәңәш бирергә мөмкин – уларҙың тәү ҡарашҡа еңелерәк күренгәненә ҡыҙыҡмағыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙнаны тыныс тип әйтеп булмаҫ. Шаршамбыла бөтөнләй уйламаған хәлдәр килеп сығыуы бар. Күптәр ашығыс эш итер. Айырым осраҡтарҙа иңегеҙгә яуаплылыҡ алырға ла тура килер. Һәр хәлдә аптырап ҡалмаҫһығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Көндәр һәйбәт килер. Бәғзеләр рәсми ҡағыҙҙар менән булышыр. Уҡып йөрөгәндәр өсөн ҡыҙыу мәл башланасаҡ. Барыһына ла ваҡыт еткереү еңел булмаҫ. Был араға тәғәйенләнгән һөйләшеүҙе кисектерергә мәжбүр булырһығыҙ. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Төп эшегеҙҙә яңы йөкләмә биреүҙәре лә ихтимал. Бәғзеләрҙең бер аҙ эш хаҡы артыр. Һуңғы ваҡытта күп булышҡан ниндәйҙер етди мәсьәлә хәл ителергә тора. Был турала шаршамбыла хәбәр алырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна барышында эшегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Кемдеңдер ярҙам тәҡдим итеүе бар. Һәр хәлдә унан баш тартмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленер. Арағыҙ йылыныр, элекке үпкәләшеүҙәр бөтөнләй онотолор.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көндәр тыныс килер. Яҡшы белгәнэштәрегеҙ һәйбәт барыр, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тоймаҫһығыҙ. Шишәмбе һәм кесе йомала өмөтлө һөйләшеүҙәр көтөлә. Уларҙан ҡайһы бер файҙалы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ, буғай.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осор төрлө ваҡиғаға бай булыр. Бәғзеләр ниндәйҙер яңы эшкә тотонор. Икенселәр яңы һөнәргә өйрәнә башлар. Киләсәктә бының кәрәге тейәсәк. Аралашыуҙар еңел үтер – һуңғы ваҡытта кеше араһында һүҙегеҙ үтемле була башланы һымаҡ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Дүшәмбе-шишәмбе бик өмөтлө күренә. Ҡәҙимгенән икеләтә күберәк эшләй алырһығыҙ. Шуныһы ғәжәп: бер ниндәй ҡыйынлыҡ, арыу тоймаҫһығыҙ. Артабан хәлдәр үҙгәрер. Кеше йомоштары менән күп йүгерерһегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ҡайсаҡ үҙегеҙҙе тынысһыҙ һиҙерһегеҙ. Борсолор өсөн сәбәптәр табылып ҡына тора һымаҡ – эшегеҙ күп, ваҡыт еткерә алмаҫһығыҙ. Был ҡараш дөрөҫлөккә тап килмәй. Йондоҙҙар кәйефегеҙҙе үҙгәртергә, киләсәккә өмөт менән ҡарарға, үҙегеҙҙе ышаныслы тоторға ҡуша.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуып торор. Уларҙың бәғзеләренә хәҙер үк тотонорға мөмкин. Шулай ҙа ашыҡмағыҙ, тағы ныҡлап уйлап алығыҙ. Шаршамбыла алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр килер. Кемгәлер юлға әҙерләнә башларға кәрәк булыр, бәлки.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Элекке икеләнеүҙәрегеҙ онотола башлар. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе күпкә ышаныслы тойорһоғоҙ. Кемдер һеҙгә ҡарата ыңғай ҡарашын асыҡ белдерер. Кесе йомалағы мәшәҡәттәр ҙә кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ – барыһы ла һәйбәт булыр.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-09/yondo-nam-10-16-aprel-3199171

Автор:
Читайте нас: