Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
26 Сентябрь 2022, 09:54

Йондоҙнамә (26 сентябрь – 2 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (26 сентябрь – 2 октябрь)
Йондоҙнамә (26 сентябрь – 2 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар һис тә кәмергә уйламай һымаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ ҙә сигенергә йыйын­майһығыҙ. Ныҡышмал булыуығыҙ емеш бирер. Шишәмбе һәм кесе йомала һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүегеҙ ихтимал. Шулай ҙа ял тураһында ла онотмағыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был арала бәғзеләр ниндәйҙер хоҡуҡи мәсьәлә менән булышыр. Уны тиҙ генә хәл итеп булмаҫ, ентекләп өйрәнергә кәрәк булыр. Шаршамбыла күптәр өр-яңы эшкә тотонор, бәлки.  Хата­ланыуҙан һаҡланығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Уңышлы аҙна. Башлап ебәргән бөтә эшегеҙ һәйбәт тамамланыр. Аралашыуҙар ҙа өмөтлө булырға оҡшай. Һуңғы ваҡытта кешеләрҙе яҡшы аңлай башланығыҙ. Уларҙың да һеҙгә ҡарата ышанысы артты һымаҡ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шишәмбелә ыңғай хәбәрҙәр ишетеүегеҙ бар. Ниндәйҙер мөһим мәсьәлә һеҙҙең файҙаға тамамланырға тора. Кесе йомала кемдер һеҙгә дәғүә белдереүе ихтимал. Уртаҡ тел табыуы ауыр булмаҫ, моғайын. 

Буға ( 21.04 – 21.05)
Эске тауышығыҙҙы иғтибарлыраҡ тыңлағыҙ. Тап ошо арала башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Тик уларҙы бойомға ашырырға ашыҡмағыҙ – бының өсөн тейешле ваҡыт етмәгән әле. Йомала көтөлмәгән килем алырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә яҡшы хәбәрҙәр килер. Улар яҡын туғандарығыҙ менән бәйле булыр. Ә кесе йомалағы хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Яҡын киләсәккә ҡорған ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә тура килер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна еңел булмаҫҡа оҡшай. Дөйөм хәлдәр һеҙҙән ныҡышмалылыҡ талап итер. Йыш ҡына ҡатмарлы эштәр менән үҙаллы булышырһығыҙ. Хатта иң яҡын кешеләр менән ҡайһы берҙә аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы бар.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Тырышлығығыҙ арҡаһында бер аҙ алға китә алырһығыҙ. Кеше ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ. Әйткәндәй, дөрөҫ кәңәш биреүселәр ҙә янығыҙҙа күп түгел. Был арала бәғзеләр үҙҙәрендә яңы, элек беленмәгән һәләттәрен асыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Көндәр еңел килер. Элек күп көс талап иткән эштәрҙе лә уңышлы башҡарырһығыҙ. Шуныһы ғәжәп: һеҙгә ярҙам итергә теләүселәр күбәйер. Кесе йома ла иҫтәлекле булыр – яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтар сығып торор. Ләкин улар етди борсолоу тыуҙырмаҫ һымаҡ. Күңе­легеҙҙе төшөрмәгеҙ – барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Шаршамбыла яҡын кешегеҙ менән юҡ-бар өсөн үпкәләшеүегеҙ ихтимал, арағыҙ тиҙ яйланыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Һуңғы ваҡытта кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башланығыҙ. Был һеҙгә киләсәктә ярҙам итер, ышаныслы кешеләрҙе айырырға өйрәтер. Кесе йомала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләгә осрарһығыҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ, уны бер ниндәй  ярҙамһыҙ хәл итерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Тәжрибәгеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шулай ҙа ҡайһы бер эштәрегеҙ уйлағандан ҡыйыныраҡ барыр. Уларҙың бәғзеләрен ваҡытында башҡара алмаҫһығыҙ, моғайын. Был арала йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап ҡына тотонорға ҡуша.

 

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-09-25/yondo-nam-26-sentyabr-2-oktyabr-2963142

Йондоҙнамә (26 сентябрь – 2 октябрь)
Йондоҙнамә (26 сентябрь – 2 октябрь)
Автор:
Читайте нас: