Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Сентябрь 2022, 12:20

Йондоҙнамә (19 – 25 сентябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (19 – 25 сентябрь)
Йондоҙнамә (19 – 25 сентябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Дүшәмбе-шишәмбелә кире хәлдәр йыш осрар. Борсолорға, икеләнергә лә тура килер. Ҡайһы ваҡыт ҡулығыҙға бер ниндәй ҙә эш бармаҫ һымаҡ. Уңышһыҙлыҡтарҙың сығанағы үҙегеҙҙә икәнен аңларһығыҙ, яйлап барыһы ла һәйбәтләнер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Ғөмүмән, эштәрегеҙ үҙ яйы менән бара. Әлегә уларҙы тиҙләтергә мөмкинлегегеҙ күп түгел. Ниндәйҙер етди мәсьәлә буйынса кире яуап алыуығыҙ ихтимал. Ул яҙма рәүештә булыр, моғайын. Урау юлдарҙы эҙләргә тура килер, бәлки.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Ваҡиғалар барышы үҙгәреүсән буласаҡ. Был шарттарҙа ашыҡмауығыҙ һәм һәр саҡ һаҡ булыуығыҙ мөһим. Икеле хәлдәрҙә хаталанмау өсөн был – берҙән-бер юл. Кесе йомала ниндәй­ҙер яңы хәбәр ишетеүегеҙ бар – тиҙҙән уның мотлаҡ кәрәге тейер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Был арала эшегеҙ күбәйеп китер. Ҡайһыһын алдан башҡарырға икәнен эске тауышығыҙ ваҡытында әйтеп торор. Шаршамбы үтә уңышлы булырға оҡшай. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр, бәлки. Аҡсаға ҡытлыҡ һиҙелмәҫкә тейеш. 

Буға ( 21.04 – 21.05)
Аҙна башында кире ваҡиғалар күбәйер. Ҡайһы саҡта уларҙың бөтөнләй уйламаған йүнәлеш алыуы ла бар. Йыш борсолорһоғоҙ, икеләнер­һегеҙ. Был хәлгә тынысыраҡ ҡарағыҙ һәм ҡәтғи аҙымдар яһамағыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Был арала эш өсөн уңайлы мәлдәр булыр. Шишәмбе һәм шәмбелә уңыштарға өлгәшер­һегеҙ. Был һеҙҙең өсөн һис тә ауыр булмаҫ  һымаҡ. Йомала яратҡан кешегеҙҙе ҡыуандырыу өсөн уңайлы мөмкинлек таба алырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Шишәмбелә яҡшы яңылыҡтар көтөлә. Улар күңелегеҙҙе күтәреүҙән тыш, киләсәккә маҡсатығыҙҙы асыҡларға яҙам итер. Бер юлы ниндәйҙер туҡтап ҡалған эшегеҙҙе ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ кеүек.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн аҙна  уңышлы килә. Таныш эштәр һәм тәүге тапҡыр осрағандары ла һәйбәт барыр. Ҡайһы бер кешеләрҙең һеҙгә ҡарата ҡараштары үҙгәреүен асыҡ күрерһегеҙ. Шуларҙың бәғзе­ләренә киләсәктә ышанырға мөмкин булыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна нимәлер өйрәнеү, элек белмәгәнде белеү өсөн мөмкинлектәр бирер. Ҡайһы бер һәләттәрегеҙ ҙә тулыраҡ асылыр, бәлки. Иғтибарығыҙҙы мөһим эшкә йүнәлтегеҙ, башҡалары бер аҙ көтөп торһон. Маҡсаттарығыҙ тураһында күпте һөйләмәҫкә ҡушыла.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ҡаршылыҡтар ҡапыл күбәйеп китер һымаҡ. Ваҡиғаларҙың ҡайһы саҡ бөтөнләй уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Бер нәмә лә еңел бирелмәҫ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн бер аҙ көс-тир түгерһегеҙ. Шәмбегә табан ғына еңеллек һиҙерһегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)
Бөтәһе лә һәүетемсә генә барыр. Бәғзеләр ниндәйҙер рәсми сараларҙа ҡатнашыр, быға бер аҙ әҙерләнергә кәрәк булыр. Ыңғай, иҫтә ҡалырлыҡ хәлдәрҙең шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә булыуы мөмкин.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Дүшәмбелә әллә ни ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ. Быны ваҡыт үткәс кенә төшөнөрһөгөҙ. Кесе йомала, киреһенсә, килем алырһығыҙ. Ләкин быға бер кем дә ҡыуанмаҫ һымаҡ. Уңыш килтергән һандар 4 һәм 4-кә тамамланғандар булыр.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-09-18/yondo-nam-19-25-sentyabr-2950664

Йондоҙнамә (19 – 25 сентябрь)
Йондоҙнамә (19 – 25 сентябрь)
Автор:
Читайте нас: