ҠУҘЫ
Аҙнаның тәүге яртыһында ваҡ-төйәк мәшәҡәт артыр. Фекерегеҙҙе яҡларҙан алда башҡаларҙың да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Ремонт эштәрен кесаҙнанан башлаһағыҙ, уңырһығыҙ. Яңғыҙҙар мөхәббәттә йыуаныс табыр.
БУҒА
Сәфәрҙәргә, осрашыуҙарға бай аҙна. Ғәйбәтселәр әүҙемләшеп, абруйығыҙға тап төшөрөргә теләр. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡламаҫҡа, низағлашмаҫҡа тырышығыҙ. Белемде камиллаштырмай тороғоҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Матди мәсьәләләр иғтибарығыҙҙы биләр. Бурысҡа аҡса алырға һәм бирергә ашыҡмағыҙ, әүәлге бурыстар тураһында ла иҫкәртмәй тороғоҙ – фәтүәһе булмаҫ.
ҠЫҪАЛА
Ғаиләлеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте бер аҙ киҫкенләшер. Яҡындарығыҙ һеҙҙең артыҡ йыуаш булыуығыҙҙан файҙаланыр. Эштә етәкселек һеҙҙең вазифаға ҡарамаған бурыс йөкмәтер. Уның ҡарауы, мул ғына аҡса керер.
АРЫҪЛАН
Осор башында һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Сәйәхәт итеү, белемде камиллаштырыу өсөн аҙна ҡулай түгел. Яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышығыҙ, депрессияға бирелерһегеҙ. Ял көндәренә кәйефегеҙ яҡшырыр.
ҠЫҘ
Кәйефегеҙ тотороҡһоҙ булыр, уйланылмаған ғәмәлдәр ҡылып ташлауығыҙ ихтимал. Һөйгән кешегеҙ менән ҡунаҡҡа барыуҙан, дуҫтар менән осрашыуҙан баш тартырға кәңәш ителә – көнләшеү арҡаһында низағлашырһығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Тормоштоң бөтә өлкәләрендә бер аҙ көсөргәнешлек һиҙелер, шуға күрә күңел тыныслығын һаҡларға, аралашҡанда телегеҙҙе тыйырға кәңәш ителә. Кесаҙнанан барыһы ла яйланыр, килемле шөғөл тәҡдим итеүҙәре ихтимал.
САЯН
Сәйәхәтселәр транспортҡа бәйле ҡыйынлыҡтарға осрар, самолет рейсын тотҡарлауҙары, тығында оҙаҡ тороуығыҙ бар. Эшлекле танышыуҙарҙы ла кисектереп тороғоҙ. Йома йоғонтоло кеше ярҙамында маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ.
УҠСЫ
Һөйөү утында янырһығыҙ. Күптән түгел танышҡан кеше ғүмерлек юлдашығыҙ булыуы мөмкин. Ғаиләлеләр хыянатҡа барыуы ла ихтимал, әммә бының эҙемтәһе берәүҙе лә ҡыуандырмаҫ.
ЫЛАҠ
Яҡындарығыҙға күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Фекерегеҙҙе ҡәтғи яҡлауығыҙ, дорфалығығыҙ ғаиләгеҙҙең именлегенә янауы бар. Гүзәл заттарға власты үҙ ҡулына алырға кәңәш ителмәй, мөнәсәбәттәрҙе һуңғы сиккә еткермәгеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Һаулығығыҙ үҙе хаҡында белдерер, ныҡлы өҙлөкмәйем тиһәгеҙ, алдан уҡ сараһын күрегеҙ. Эштә лә, өйҙә лә көс-ҡеүәтегеҙҙе самалағыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн ҡулай. Был арала никахлашҡандарҙы оҙон бәхетле тормош көтә.
БАЛЫҠ
Был аҙнала мөнәсәбәттәрҙә тотороҡһоҙлоҡ һиҙелер. Низағ сығармау өсөн аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем сикләргә кәңәш ителә. Балаһы булғандарға бер аҙ борсолорға тура килер.
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-08-12/yondo-nam-15-21-avgust-2907376