ҠУҘЫЭш урынында хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәхәсләшмәҫкә кәңәш ителә. Иң яҡшыһы – күндәм булығыҙ, киләсәктә бының файҙаһы тейер. Туғанығыҙ ярҙамығыҙға мохтаж булыр, баш тартмағыҙ.
БУҒАЙыйылып киткән эштәрҙе аҙна аҙағына тиклем тамамларға тырышығыҙ, аҙаҡ ҡыйынға тура килер. Һаулығығыҙға иғтибар бирергә ваҡыт. Иҫтәлекле осрашыу булмаҡсы.
ИГЕҘӘКТӘРБыл аҙнала эштә тырышлыҡты йәлләмәгеҙ – файҙаһын бик тиҙ күрерһегеҙ, матди хәлегеҙ яҡшырыр, абруйығыҙ артыр. Киләсәккә план ҡороу өсөн һәйбәт аҙна.
ҠЫҪАЛАҮҙең өсөн йәшәү, кәйеф-сафа ҡороу теләге тыуыр. Әммә яҡындарығыҙҙың һеҙҙе аңламауы, низағлашыуығыҙ бар. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмаһағыҙ, ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ.
АРЫҪЛАНКөс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Сәфәрҙәр уңышлы булыр. Был арала етәкселектең күҙенә салынмау хәйерле – ауыр бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал.
ҠЫҘАҙна ярайһы уҡ уңышлы булмаҡсы. Бөтә мәсьәләләр еңел генә хәл ителер. Осор аҙағына өҫтәмә эш ҡушыуҙары мөмкин, кемделер алмаштырып торорға ла тура килер, бәлки. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә.
ҮЛСӘҮҺәйбәт осор. Иң ҡыйыу пландарҙы ла тормошҡа ашырыу мөмкинлеген табырһығыҙ. Бер генә кәңәш – ғәйбәткә ышанмағыҙ. Аҙна уртаһында яңылыҡ ишетерһегеҙ йәки саҡырыу ҡағыҙы алырһығыҙ.
САЯНБыл аҙнала башҡаларға ҡарата дорфа булмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки тиҙҙән уларҙың ярҙамына мохтаж булыуығыҙ бар. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, тик аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ, ҙур сығымдар көтөлә.
УҠСЫЯратҡан кешегеҙ менән дуҫтарығыҙ араһында ҡалырһығыҙ. Йондоҙҙар һөйгәнегеҙҙе һайларға кәңәш итә. Ата-әсәгә балаларының һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ.
ЫЛАҠУңыштарығыҙ тураһында берәүгә лә һөйләмәгеҙ, күҙ тейеүе ихтимал. Эргәгеҙҙә көнсөлдәр ҙә юҡ түгел. Был арала кәйефегеҙ әленән-әле үҙгәреп торор, аралашыуҙарҙа телегеҙҙе тыйырға тырышығыҙ, юғиһә ыҙғыш сығыр.
ҺЫУҒОЯРҠәҙимге аҙна. Етәкселек йөкмәткән бурысты теүәл башҡарыу ҙур аҡсаға юл асыр. Кеше менән артыҡ аралашмаҫҡа тырышығыҙ, имеш-мимешкә ышанмағыҙ. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.
БАЛЫҠАҙна уңышлы килер, тик үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, берәүҙе лә тәнҡитләмәгеҙ. Бер аҙ ял итеп алырға ла онотмағыҙ. Мөһим документҡа ҡул ҡуйыуҙы кисектереп тороғоҙ.
Фото:
9111.ru