Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
7 Май 2021, 19:39

ЙОНДОҘНАМӘ

(10 – 16 май)

ҠУҘЫ
Ҡыҙыҡлы ла, бер аҙ көсөр­гәнешле лә осор көтөлә. Мөһим килешеүҙәр, тәҡдимдәр булыр. Лотерея кибете эргәһенән үткәндә, даланды һынап ҡарай алаһығыҙ.

БУҒА
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йоғонтоло кешеләр ярҙам итер. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр йылыныр. Ял көндәре сәйәхәт ҡылыу, күңел асыу өсөн ҡулай.

ИГЕҘӘКТӘР
Төрлө ваҡиғаларға, хатта мажараларға бай аҙна. Һөнәри өлкәлә дан ҡаҙаныу мөмкинлеге бар. Эш урынында кемдер һеҙгә битараф түгел кеүек.

ҠЫҪАЛА
Артабанғы яҙмышығыҙға ҡағылышлы мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Ауыр саҡта дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Яңы килем сығанағын табыр­һығыҙ.

АРЫҪЛАН
Ҡулығыҙҙан килмәгән эш булмаҫ. Абруйығыҙ артыр. Эргәгеҙҙә көнсөлдәр ҙә юҡ түгел. Хатта яҡындарығыҙ менән аралашыу­ҙарҙа ла һаҡ булырға, артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә кәңәш ителә.

ҠЫҘ
Үҙенсәлекле идеялар ме­нән янырһығыҙ. Шулай ҙа ял тураһын­да ла онотмаһағыҙ ине. Матди хәлегеҙ яҡшы күренә. Яҡында­рығыҙға артыҡ талапсан булмағыҙ.

ҮЛСӘҮ
Яңы тәҡдимдәр, килешеүҙәр булыр. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. Ҡайһы берәү­ҙәр үҙ эшен асырға ниәтләр. Ял көндәрендә ҡыуаныслы ваҡиғалар көтөлә.

САЯН
Вазифа йәһәтенән үрләү мөмкинлеге тыуыр. Ял көндә­рендә мәшәҡәттәр артып китер, ҡорған пландарығыҙға үҙгәреш индерергә тура килер, моғайын.

УҠСЫ
Һуңғы ваҡытта эштә мәшә­ҡәттәр күбәйеп киткән кеүек. Ҡайһы берәүҙәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлар. Мөхәббәт өлкәһендә лә үҙгәрештәр көтөлә.

ЫЛАҠ
Бөтә мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителер, яҡындарығыҙ ме­нән араларығыҙ йылыныр. Аҡса йәһәтенән хәлегеҙ тотороҡ­ланыр. Өҫтәмә эш тәҡдим итеүҙәре мөмкин – баш тартмағыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер аҙ сабырлыҡ һәм уңыш талап ителә. Етәксе­лектең бер аҙ көйһөҙләнеп, дәғүә бел­де­реүе ихтимал. Фекерегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ.

БАЛЫҠ
Төрлө хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Ашығыс эштәрегеҙҙе тиҙ арала тамамларға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, әммә яңы әйбер һатып алыуҙы ял көндәренә ҡалдырығыҙ.
Читайте нас: