Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
5 Апрель 2021, 16:35

ЙОНДОҘНАМӘ

(5 – 11 апрель)

ҠУҘЫ
Эштә етәкселек менән мө­нәсәбәттәрҙә аңлашылмау­сан­лыҡ тыуыуы ихтимал. Һәр йәһәт­тән һеҙгә ғәйеп ташларға маташырҙар. Бирешмәгеҙ, барыһы ла ваҡытлыса ғына. Уның ҡарауы, өйҙә барыһы ла ал да гөл булыр.

БУҒА
Тынысланырға, ял итергә форсат юҡ. Эш тә, пландар ҙа, яңы ҡаҙаныштар ҙа етерлек! Аҡса мәсьәләһендә алданып ҡуймағыҙ. 10-11 апрелдә ҡыҙыҡлы тәҡдим көтөгөҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Һаулыҡҡа иғтибар итегеҙ. Ауырыҡһыныу арҡаһында пландарығыҙҙы үҙгәртергә тура килмәгәйе. Был арала сәфәрҙәр уңышлы булыр, кәйефегеҙ яҡшырыр.

ҠЫҪАЛА
Был аҙнала ғаиләгеҙҙә шатлыҡлы ваҡиғалар көтөгөҙ. Ҙур әйберҙәр һатып алмай тороғоҙ, айырыуса кредитҡа. Әле аҡсағыҙҙы сарыфламау хәйерле. Өлкән йәштәге яҡынығыҙға ярҙам итергә тура килер, моғайын.

АРЫҪЛАН
Һуңғы ваҡытта алдығыҙҙа байтаҡ ҡаршылыҡтар тыуғайны. Был аҙнала уларҙың барыһын да уңышлы үтерһегеҙ. Тик берәү менән дә мөнәсәбәттәрҙе асыҡламағыҙ, уңышҡа өлгәшеү өсөн яңғыҙ эш итегеҙ.

ҠЫҘ
Финанс хәлегеҙ әкренләп яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Эшлекле партнерҙарығыҙ менән бәйлә­неш яйға һалыныр. Тик эшегеҙҙең һөҙөмтәһе тырыш хеҙмәтегеҙгә бәйле булыр. Ял көндәрендә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ бар.

ҮЛСӘҮ
Уйланылмаған сығымдар булыуы ихтимал. Кәйефегеҙ ҡырылмаһын, тиҙҙән тотонған аҡсағыҙ өсләтә кире әйләнеп ҡайтыр. Был аҙнала әүҙемлекте бер аҙ кәметеп торорға кәңәш ителә, ҡайһы бер хроник сирҙәрегеҙ үҙен һиҙҙертеп ҡуймаһын.

САЯН
Романтик аҙна көтөлә. Ярат­ҡан кешегеҙ менән мөнәсә­бәттәр яңырғандай тойолор, аңлашылмау­санлыҡтар артта ҡалыр. Яңғыҙҙар иғтибар үҙәгендә булыр. Тик күңелегеҙҙе барыһына ла асырға ашыҡмағыҙ, төрлө кеше була бит.

УҠСЫ
Аҙнаның тәүге яртыһы бер аҙ көсөргәнешле килер, моға­йын. Дуҫтарығыҙҙан ярҙам һорарға уңайһыҙ­ланмағыҙ. Уның ҡарауы, шаршамбынан һуң сағыу ваҡиғалар башланыр. Эргәгеҙҙәге кешеләргә рәхмәтле булырға онотмағыҙ.

ЫЛАҠ
Был осорҙа кеше йоғонтоһона бирелеүегеҙ ихтимал, алданып ҡуймағыҙ. Эштә үҙегеҙ тураһын­да ғәйбәт ишетеүегеҙ бар – туҙы­нып китмәгеҙ. Дошмандарығыҙҙы әкренләп фаш итерһегеҙ.

ҺЫУҒОЯР
Әле бөтә иғтибарығыҙ эшкә йүнәлтелергә тейеш. Әхлаҡи һәм матди һөҙөмтә алыу өсөн ныҡышмалылыҡты һәм тырышлыҡ­ты йәлләмәгеҙ. Был көндәрҙә икенсе ергә күсергә, өйҙә йыһазды яңыртырға кәңәш ителмәй.

БАЛЫҠ
Яңы эш башлау, карьералағы үҙгәрештәр өсөн уңайлы аҙна. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙен­сәлекле алымды ҡул­ланыр­һығыҙ, моғайын. Дүшәмбе бер нимәгә лә тотон­мағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Ә бына йома киң мөмкинлектәр асылыр.
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-5-11-aprel/
Читайте нас: