Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
4 Сентябрь 2020, 16:37

ЙОНДОҘНАМӘ

(7 – 13 сентябрь)

ҠУҘЫ
Үткән осорҙағы тырыш­лы­ғығыҙ тейешле баһаланып, мул ғына аҡса алырһығыҙ. Шәхси тормошта тәүәккәллек күрһәтегеҙ. Мөнәсәбәттәр киҫкенләшмәһен тиһәгеҙ, хәләл ефетегеҙҙе көнләштермәгеҙ.

БУҒА
Көтмәгәндә ғашиҡ булыуы­ғыҙ бар. Эштә һөнәри интри­га­ларҙан ситтә торорға кәңәш ителә, күңелегеҙгә яҡын кеше­нең һеҙҙең арҡала зыян күреүе ихтимал.

ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала төп иғтибарҙы һаулығығыҙға йүнәлтергә кәңәш ителә. Фекерегеҙҙе әйткәндә тупаҫ ҡыланмағыҙ, яҡындарығыҙ менән араларығыҙ һыуыныр. Киләсәккә ниәттәрегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ.

ҠЫҪАЛА
Был аҙнала күптән онотолған мөһим тәҡдимдең йәки эштең үҙен иҫләтеүе ихтимал. Күңелегеҙ күтәренке булыр. Яратҡан кешегеҙ хаҡында ниндәйҙер серҙе белерһегеҙ.

АРЫҪЛАН
Уңышлы осор көтөлә. Тәжри­бә туплау тураһында тәҡдим булһа, баш тартмағыҙ, алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Шәхси тормошта мөһим кәңәш ишетерһегеҙ. Көтмәгәндә ҡунаҡ килер.

ҠЫҘ
Тынғыһыҙ, әммә сағыу ваҡи­ға­ларға бай аҙна көтә. Һөнәри эш­мә­кәрлектә хәл йылдам үҙгә­реп торор, ҡайһы бер эштәрегеҙ тотҡарланыр, моғайын. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә онотмағыҙ.

ҮЛСӘҮ
Һаулығығыҙға иғтибарҙы көсәй­тегеҙ, әүәлге сирҙәрегеҙ ҡуҙғып китеүе бар. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла ал да гөл кеүек. Һөнәри эшмәкәрлектә лә уңышҡа өлгәшерһегеҙ, мул ғына аҡса төшөр.

САЯН
Яңы танышлыҡтарға, отошло бизнес-проекттарға бай осор. Тик биргән вәғәҙәләрҙе үтәргә тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ улар тураһында хәтерегеҙгә төшөрөр, моғайын. Аҙна аҙағына ниндәйҙер серҙе сисерһегеҙ.

УҠСЫ
Эштә талапсан етәкселектән, һөнәри көсөргәнештән ҡотолоу теләге тыуыр, тик сабыр булығыҙ – уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге бар. Аҙна аҙағында мөһим ҡағыҙҙар менән эш итергә тура килер.

ЫЛАҠ
Был арала мөһим мәсьә­ләләрҙе ыңғай хәл итерһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа яҡшы көндәр башлана, әммә киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашмағыҙ. Йома яңы эш башламаҫҡа кәңәш ителә.

ҺЫУҒОЯР
Финанс хәлегеҙ тото­роҡла­ныр, алдығыҙҙа киң мөмкин­лектәр асылыр. Аҙна башына мөһим эште планлаштырмағыҙ. Кесе йома милек мәсьәләһе менән шөғөлләнергә була. Йома бурысҡа алмағыҙ һәм бирмәгеҙ.

БАЛЫҠ
Әүәлге бәйләнештәрҙе тер­геҙегеҙ. Бик ҡыҙыҡлы кеше менән танышырһығыҙ. Был аҙнала төҙөлгән килешеүҙәр айырыуса отошло булмаҡсы. Күрһәткән ярҙамығыҙҙың сауабын алырһығыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-7-13-sentyabr/
Читайте нас: