Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
21 Август 2020, 18:09

ЙОНДОҘНАМӘ

(24 – 30 АВГУСТ)

Ҡуҙы
Яңы нәмәләр өйрәнеүгә, рухи яҡтан камиллашыуға, сәйәхәт итеүгә ваҡытығыҙҙы күберәк бүлегеҙ. Ә бына аҡса менән бәйле эштәргә тотонмай тороуығыҙ хәйерле.

Буға
Һеҙҙең был аҙнала эшкә һәләтегеҙ артыр. Шул уҡ ваҡытта һаулығығыҙға нығыраҡ иғтибар бирегеҙ, бигерәк тә теш-ауыҙ ҡыуышлыҡтары ауырыуҙарына, терәк-хәрәкәт аппараты проблемаларына. Йығылыуҙан һаҡланығыҙ.

Игеҙәктәр
Кешеләрҙе “һиҙеү” интуи­цияһы асылыр. Кемдәрҙер һеҙгә мөһим серен сисер. Интеллектуаль хеҙмәт өлкәһендә эшләгәндәргә уңыш йылмайыр. Эштә етәксегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ, шәхси өлкәлә һөйгәнегеҙ менән ташлашыуығыҙ бар.

Ҡыҫала
Социаль статусын күтәреү һәм яҡшы йәшәү өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Уларҙың башында идеялары һәм пландары күп. Эргә-тирәләгеләрҙең хыянатынан һаҡланырға кәңәш ителә.

Арыҫлан
Йәй аҙағы арыҫландар өсөн бик яҡшы булмаҡсы. Һеҙгә һаулығығыҙға нығыраҡ иғтибар бүлергә (бигерәк тә ҡан тамырҙары сирҙәренә, күҙ ауырыуҙарына) кәрәк булыр.

Ҡыҙ
Һеҙҙе туғандар һәм тор­лаҡ­ҡа бәйле эштәр көтә. Ремонт эшләү, төҙөлөш менән булышыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Сит ил­гә сәйәхәткә сыҡһағыҙ, ул уңышлы үтер.

Үлсәү
Йәй аҙағында сәнғәт, эзотерика өлкәһендә күпкә өлгәшә алаһығыҙ. Хөсөтлөктән һәм намыҫһыҙ кешеләрҙән һаҡ булығыҙ – аҡса юғалтыу ҡурҡынысы бар.

Саян
Әле һеҙгә ауыр: психологик проблемалар, йәшәү көсө бөтөп тороуы үҙәгегеҙгә үткән. Шуға күберәк ял итергә тырышығыҙ, эшмәкәрлек төрөн алмаштырып ҡарағыҙ.

Уҡсы
Кеше алдында сығыш яһарға теләгәндәргә ҡулай ваҡыт – көсөгөҙҙө ҡурҡмай һынарға мөмкин, был өлкәлә һеҙҙе уңыш көтә. Ауырып китеү ҡурҡынысы бар – иммунитетығыҙҙы нығытыу өҫтөндә эшләгеҙ.

Ылаҡ
Аҡса эшләү мөмкинлеге юғыраҡ, шуға булғанын һаҡ­лаңҡырап тоторға кәңәш итә белгестәр. Яңы эш урыны ла эҙләмәй тороғоҙ. Шаршамбынан хәлдәр яҡшыра башлар.

Һыуғояр
Көс-ҡеүәтегеҙ ташып тор­ғанын тойорһоғоҙ. Был бик яҡшы, әммә ныҡ әүҙемлегегеҙ арҡаһында етди сирҙәргә юл асылыуы мөмкин, хатта йығылыу ҡурҡынысы бар.

Балыҡ
Тауҙар аҡтарырлыҡ көс барлығын тойорһоғоҙ. Ялланып эшләүселәрҙең матди хәле тотороҡло булыр. Аҙна өйҙә ремонт яһау, уңайлылыҡ тыуҙырыу, шулай уҡ төҙөлөш эштәре өсөн уңай.
Читайте нас: