Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Июнь 2020, 13:56

ЙОНДОҘНАМӘ

(22 – 28 июнь)

ҠУҘЫ
Яңы таныштар менән һаҡ булығыҙ, алданыуығыҙ ихтимал. Асыуығыҙҙы яҡын­дарығыҙға төшөрмәгеҙ, сабыр булырға тырышығыҙ. Әүҙем эш һөҙөм­тәһендә сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшап ҡуй­маһын, сара күрегеҙ.

БУҒА
Осорҙоң башы ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн ҡулай. Күңелегеҙ үҙгә­рештәр көҫәй икән, ҡыйыу эшкә тотоноғоҙ. Яҡындарығыҙ һәр башланғысығыҙҙы хуплар. Һис юғында төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Дошмандарығыҙ уяу, һаҡ тороғоҙ. Эш урынында ҡыйыу башланғыстар көтә, ләкин һәр ғәмәлде үлсәп башҡарырға кәңәш ителә.

ҠЫҪАЛА
Эш урынында яңы ҡаҙа­ныштар көтә. Шуға күрә һәр ерҙә әүҙемлегегеҙ талап ителер. Уның ҡарауы, яҡында­рығыҙ һеҙҙең яҡтан иғтибар кәмеүен тойоп, үпкәһен белдерер, моғайын.

АРЫҪЛАН
Һәр аҙымды уйлап баҫырға ты­ры­шығыҙ. Башҡара алмаҫ­тай бурыстарҙы үҙ иңегеҙгә алмағыҙ, башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Был аҙнала һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ – быуындарығыҙ һыҙлауы бар.

ҠЫҘ
Осор тыныс һәм тотороҡло булмаҡсы. Эш урынында үҫеш көтөлә, бер үк ваҡытта яуаплы бурыс йөкмәтелеүе лә ихтимал. Яңғыҙҙарға үҙ яртыһын табыу өсөн уңышлы мәл.

ҮЛСӘҮ
Шәхси мөнәсәбәттәрҙәге уңыштар хеҙмәт ҡаҙаныш­тарына илһам­ландырыр. Эш урынында үҫешкә өмөт итергә була.

САЯН
Ғаилә усағына, яҡын­дарығыҙ янына тарты­лырһығыҙ, моғайын. Тор­мошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр булмаҡсы. Бер аҙ ял да зыян итмәҫ.

УҠСЫ
Кисектерә килгән эштә­регеҙҙе ахырына еткерергә ваҡыт. Ҙур ғына аҡса сығымы ла көтөлә. Мөхәббәт өлкәһендә үҙегеҙҙе ике юл сатындағылай тойорһоғоҙ.

ЫЛАҠ
Һаулығығыҙ ҡаҡшар, эш­кә һәләтегеҙ ҙә кәмер, мо­ғайын. Осор башында ныҡыш­малылыҡ ҡамасауламаҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла тынғы юҡ.

ҺЫУҒОЯР
Ярайһы уҡ мәшәҡәтле осор көтөлә. Көсөргәнеш һөҙөм­тәһендә һаулығығыҙға зыян килмәһен. Күңелһеҙлеккә бирелмәгеҙ, ауыр саҡта яҡындарығыҙға таянығыҙ.

БАЛЫҠ
Өр-яңы башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн бар белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе һалырға тура килер. Ихтыяр көсөн туплап, тырышып эш итегеҙ, сөнки киләсәгегеҙ тап шуға бәйле.
Читайте нас: