Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
3 Апрель 2020, 17:39

ЙОНДОҘНАМӘ

(6 – 12 апрель)

ҠУҘЫ
Теләгәнде түгел, кәрәкле эште башҡарырға тура килер. Сит кешенең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ, шулай ҙа мө­киббән китмәгеҙ. Ҡулай алымдар эҙләгеҙ, аҡыл менән эш итегеҙ.

БУҒА
Был аҙнала тормошоғоҙға байҡау яһарһығыҙ, моғайын. Үҙегеҙгә тәнҡит күҙлегенән ҡараһағыҙ ҙа сама белегеҙ. Яҡындары­ғыҙҙы ишетергә өйрәнегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Уңышлы алға барыу өсөн шик-шөбһәләрҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Был аҙнала ғәҙәти бул­маған тәҡдимдәр ҙә ыңғай баһа­ла­ныр, хуплау табыр. Хатаға юл ҡуйма­ғыҙ.

ҠЫҪАЛА
Һәр ғәмәлдә иғтибар, хатта ваҡсыллыҡ талап ителер. Мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ, алданып ҡуймағыҙ. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ, һалҡын алдырыу хәүефе бар.

АРЫҪЛАН
Ялҡаулыҡтан арынып, яңы маҡсаттарға ынтылыу осоро. Алдығыҙҙа яңы проекттар, бурыстар, пландар. Мул ғына табыш алыу мөмкинлеге лә бар.

ҠЫҘ
Башығыҙҙы эшләтһәгеҙ, һәр йәһәттән уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Тормошоғоҙҙа ла, һөнәри эшмәкәрлектә лә үҙгәрештәр көтөлә, тик әүҙем булығыҙ. Имеш-мимешкә ышанмағыҙ.

ҮЛСӘҮ
Был аҙнала кәйефегеҙ шәп булыр. Үҙ көсөгөҙгә ыша­ны­сығыҙ артыр. Мөһим осрашыу­ҙы бер аҙға кисектерергә тура килер, бәлки. Борсолмағыҙ: был яҡшыға ғына.

САЯН
Аҙна үҙгәрештәргә бай булмаҡсы. Әммә ашығырға ярамай. Ҡайһы бер хәлдәрҙе күңелегеҙгә яҡын алмаҫҡа тырышығыҙ. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмаҫҡа кәңәш ителә.

УҠСЫ
Танылыу яулап, ваҡиға­лар­ҙың үҙәгендә ҡалырһы­ғыҙ. Һеҙҙең менән аралашырға теләгәндәр күбәйеп китер. Эштә лә, шәх­си тормошта ла киң мөмкинлектәр төҫмөрләнә.

ЫЛАҠ
Ығы-зығынан ситләшеп, эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Бөтәһе лә һеҙ теләгәнсә барамы? Был арала көтөлмәгән хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Мөһим эштә фекерҙәштәр туплағыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Яҙ яҙлығын итә! Был арала яңы танышлыҡтар, осрашыу­ҙар артыр. Матди хәлегеҙ то­тороҡланыр. Етәкселек үҙегеҙҙе күрһә­тергә мөмкинлек бирер. Мәлдән файҙа­ланып ҡалырға тырышығыҙ.

БАЛЫҠ
Был аҙнала төрлө тәҡдим­дәр күбәйеп китер, моғайын. Берәүҙе лә рәнйетмәйенсә, үҙ мәнфәғәтегеҙҙе яҡлау хәйерле. Фекере­геҙ­ҙе аныҡ итеп еткерә алһағыҙ, уңырһығыҙ.

Фото: pixabay.com
Читайте нас: