Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
23 Март 2020, 12:12

Йондоҙнамә

(23 – 29 март)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һеҙҙе һәйбәт аҙна көтә. Тап ошо арала ниндәйҙер яуаплы эшкә тотоноуығыҙ бик ихтимал. Быға хатта икенсе ке­ше­ләрҙе лә йәлеп итә алырһығыҙ, бәлки. Бәғзеләр үҙен оҫта етәксе итеп тә күрһәтер.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һаҡ эш итергә өйрәнгәндәр был арала әллә ни эш ҡыра алмаҫ һымаҡ. Ә әүҙем, тиктормаҫ кешеләрҙе мотлаҡ һиҙе­лерлек уңыштар көтә. Әгәр тормошо­ғоҙҙо үҙгәртергә теләһәгеҙ, йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ булышлыҡ итер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында һис тә уйламаған ваҡиғалар күбәйер. Осраҡлы осра­шыуҙар, серле хәлдәргә тап булырһығыҙ кеүек. Кесе йомала бер аҙ тулҡын­ланырға ла тура килер. Өйрәнелгән эш тәртибегеҙ төрлө сәбәп арҡаһында йыш боҙолор.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Кемдер элекке хатағыҙ тураһында хәтерегеҙгә төшөрөр. Быны ишетеү еңел булмаһа ла, түҙегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим яһарҙар. Әгәр уға ризалыҡ бирһәгеҙ, бер аҙ аҡса эшләй алырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор барышында күңелегеҙгә һис тә ятмаған эш менән булышырһығыҙ. Был, әлбиттә, кәйефегеҙҙә кире йоғонто яһар. Ҡай саҡ ҡулығыҙға бер ниндәй ҙә эш бармаҫ. Яңылыш ниндәйҙер әйберҙе боҙоуығыҙ ҙа ихтимал. Йондоҙҙар түҙемлерәк булырға ҡуша.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Үткән ваҡиғалар яйлап онотола барыр. Элекке бурыстарығыҙҙы ла ҡайтарыр­һығыҙ һымаҡ. Ғөмүмән, күңелегеҙ тыныс булырға тейеш. Күптәр был арала ниндәйҙер өмөтлө күренгән яңы эште башлап ебәрер. Тик уны аҙағына тиклем еткергәндәр бик аҙ булыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна башы борсолоу килтерер кеүек. Ул нигеҙҙә шәхси мөнәсәбәттәргә ҡа­ғылыр. Яңылыш ысҡынған бер генә һүҙ иң яҡын кешеләр араһында ла етди дә­ғүәгә килтерер. Мөмкин тиклем иғти­барлыраҡ булығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн файҙалы осор. Элек күрмәгәнде күрә алырһығыҙ, аңламаған нәмәләргә төшөнөрһөгөҙ. Бер юлы ҡайһы бер мөһим һорауҙарға яуап та табырһығыҙ. Ҡай саҡ өйөгөҙҙә һүҙгә киле­шеүегеҙ ҙә бар. Тик был хәл яҡшыға булмаҡсы.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көндәрегеҙ уңышлы үтер. Ҡайһы ваҡыт үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ кәмер. Шулай ҙа янығыҙҙа ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр табылыр. Ғөмүмән, был арала һүҙегеҙ үтер. Һеҙҙең кәңәштәргә мохтаж булыусыларҙы ла күрерһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Өмөтлө аҙна. Яҡшы таныш булған һәм өр-яңы эштәрегеҙ һәйбәт, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ барыр. Шаршамбыла төп эшегеҙҙәге дәғүә һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Йомала ишеткән мәғлүмәттең бик тиҙҙән кәрәге тейер.
Саян (24.10 – 22.11)
Кеше менән аралашыуҙа ҡатмар­лыҡтар күбәйер. Башығыҙҙы бутаусы­лар табылып ҡына торор. Ҡайһы ваҡыт һеҙҙе махсус алдарға ла маташырҙар. Ғөмүмән, эштәрегеҙ алға барыр. Тик йомғаҡтары әллә ни маҡтанырлыҡ булмаҫ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙналағы хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер. Кәйеф ҡоло булғандарға ҡыйын мәл килер. Яҡындағы кешеләр менән дәғүәләр күбәйер. Улар бик тәрәнгә китмәһә лә, күңелегеҙҙә оҙайлы эҙ ҡалдырыр кеүек. Был яҡтан бигерәк тә кесе йома айырылып торор.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
Читайте нас: