Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
13 Март 2020, 17:00

ЙОНДОҘНАМӘ

(16 – 22 март)

ҠУҘЫ
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр, тик иңегеҙгә үтәй алмаҫлыҡ йөкләмә алмаҫҡа тырышығыҙ. Ял көндәрендә иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға, дарыу эскәндә һаҡ булырға кәңәш ителә – ағыуланыу хәүефе бар.

БУҒА
Етәкселек, власть органдары менән аралашыуҙар уңышлы булмаҡсы. Мөһим мәсьәләлә абруйлы кешенең ярҙам итеүе ихтимал. Ниәттәрегеҙ тураһында берәүгә лә һөйләмәгеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала белемгә ҡы­ҙыҡ­һыныу уяныр. Эш урынын алмаштырыу мөмкинлеге тыуыр. Аҙна уртаһында матди хәлегеҙ яйға һалыныр.

ҠЫҪАЛА
Һүҙегеҙҙе самалап һөйлә­геҙ, буш хыялдар артынан ҡыу­мағыҙ. Эргәгеҙҙә көнсөл­дәр күбәйгән кеүек. Күмәк сара­ларҙан баш тартыу хәйерле. Башҡара алырлыҡ эште генә иңегеҙгә алығыҙ.

АРЫҪЛАН
Аҡса күсергәндә һаҡ бу­лығыҙ. Эш урынында кемдер һеҙгә ҡаршы сығыр, тик мө­нәсәбәттәрҙе асыҡларға ашыҡ­мағыҙ. Бәхәс һеҙҙең файҙаға хәл ителер. Сәйәхәткә сығыуҙы осор аҙағына тиклем кисектереп тороғоҙ.

ҠЫҘ
Был аҙнала торлағығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Һаулы­ғығыҙ хаҡында ла хәстәрлек күреү зыян итмәҫ. Һөнәри эшмә­кәрлектә тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр.

ҮЛСӘҮ
Ижади һәләттәрҙе тормош­ҡа ашырырға ваҡыт. Ҡим­мәтле мәғлүмәтте йылдам файҙаланырға тырышығыҙ, юғиһә мул ғына аҡсанан ҡолаҡ ҡағырһығыҙ. Серегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ.

САЯН
Һөнәри үҫешкә һәм мул ғына табышҡа өмөт итә ала­һығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һуңғы ваҡыттағы көсөргәнешлек юҡҡа сығыр. Аҙна аҙағында ҡәҙерле ҡу­наҡтарҙы ҡаршыларға тура килер, моғайын.

УҠСЫ
Һуңғы ваҡыттағы тырыш­лығығыҙ үҙ емешен бирер – теләгәнегеҙгә өлгәшерһегеҙ. Аҙнаның уртаһында ҡәтғи ҡарарҙарҙан баш тартып, һәр мәсьәләне уйлап хәл итегеҙ. Аҙна аҙағында үҙегеҙҙе ҡулда тотмаһағыҙ, яҡындарығыҙ менән һүҙгә килерһегеҙ.

ЫЛАҠ
Һәр өлкәлә йылдам һәм әүҙем булығыҙ. Юғарыраҡ вазифа, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡ­тырғыс эш тәҡдим итеүҙәре бар. Икенсе ергә күсеп китергә лә тура килер, бәлки.

ҺЫУҒОЯР
Сағыу ваҡиғалар көтөлә. Аҙнаның тәүге яртыһында әүҙем булһағыҙ, матди хәлегеҙ тотороҡланыр. Һаулығығыҙ ҡаҡшағандай тойолһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, саф һауала күберәк йөрөгөҙ.

БАЛЫҠ
Эшегеҙҙә мөһим мәсьә­ләләрҙе һеҙҙән башҡа хәл итә алмаҫтар. Абруйығыҙ артыр. Кесаҙнала сәфәрҙәр уңышлы булмаҡсы. Кемдер күптәнге бурысын ҡайтарыр, моғайын. Лотереяла отоу мөмкинлеге бар.
Читайте нас: