Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
3 Февраль 2020, 13:16

Йондоҙнамә

(3 – 9 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы файҙалы аралашыу өсөн уңайлы. Бәғзеләр яңы фекерҙәштәр ҙә табыр. Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәреш булыуы ихтимал. Тик уны бойомға ашырыу өсөн тырышырға тура килер.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор бик һәйбәт башланыр. Нин­дәй­ҙер борсоп торған мәсьәләне хәл итеү мөм­кинлеге булыр. Бәғзеләр киләсәккә ҡорған маҡсаттарын асыҡлар. Шаршам­бынан һуң аралашыу ҡыйынлашыр. Кесе йомала кемдер дәғүә белдерер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһа­ламауығыҙ хаталарға килтерер. Күптәр һүҙендә тормаҫ. Шишәмбелә хата­ла­ныуҙан һаҡланығыҙ. Шулай ҙа һуңғы хәлдәрҙән дөрөҫ һығымта яһай алыр­һығыҙ. Кемдер күптән өҙөлгән араларҙы ялғар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала күптән эсегеҙҙе бошорған ниндәйҙер мәсьәләне ыңғай хәл итер­һегеҙ. Тик иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Бәғзеләрҙең элек һиҙел­мәгән яңы һәләттәре лә асылыр. Ҡатмарлы саҡта, бигерәк тә йомала, эске тауышығыҙ мотлаҡ ярҙам итер.

Буға (21.04 – 21.05)
Бик һәйбәт аҙна. Элек баш­лаған ҡайһы бер эшегеҙҙе тамамларһығыҙ. Хатта уйламаған йүнәлештә уңышҡа ире­шерһегеҙ. Бындай хәл бер ҙә осраҡлы түгел, һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙ һөҙөмтәһе. Кеше араһында бер аҙ маҡтанып алһағыҙ ҙа ярай.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар яуаплылыҡ талап итер. Башығыҙға яңы өмөтлө фе­керҙәр ҙә килер. Тик уларҙы бойомға ашырғанда үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ. Шаршамбыла яңылыш яҡын кешегеҙҙе рәнйетеүҙән һаҡланығыҙ. Шәмбеләге хәл күңелегеҙҙе күтәрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралашыуҙа уңырһығыҙ. Ҡайһы бер мөнәсәбәт асыҡланыр. Элек яҡын бул­маған кешеләр менән дә уртаҡ тел табыр­һығыҙ. Кесе йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ. Ул ниндәйҙер туғанығыҙ менән бәйле. Шәмбелә уйламаған осрашыу, көтөлмәгән ҡунаҡтар булыуы ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна көтөлмәгәнсә еңел үтер. Күпселек эшегеҙҙе артыҡ көс түкмәй генә ың­ғайлатып ебәрерһегеҙ. Бәғзеләр күп­тәнге маҡсаттарын тормошҡа ашырыр. Йомала ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим ише­терһегеҙ. Уға шунда уҡ ризалыҡ бирһәгеҙ, яңылышмаҫһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һуңғы ваҡиғалар үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты мотлаҡ арттырыр. Кемдер хатта элек тотонорға баҙнат итмәгән эш­те лә башлап ебәрер. Аҙна барышында ҡулығыҙға аҡса инер. Күптән уйлап йөрөгән әйберҙе һатып алырға форсат сығыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бәғзеләрҙә тормошона үҙгәрештәр индереү теләге тыуыр. Бының өсөн уңайлы ваҡыт етмәгән әле. Был арала әллә ни һиҙелерлек ваҡиғалар булмаҫҡа оҡшай. Йондоҙҙар әлегә күберәк ял итергә, киләсәк өсөн рухи һәм физик көс йыйырға кәңәш итә.

Саян (24.10 – 22.11)
Дөйөм хәл башкөлләй эшкә сумырға мәжбүр итер. Был арала мөмкин­лек­тәрегеҙҙе арттыра алмаҫһығыҙ. Шуға иң мөһим мәсьәләләргә генә иғти­бар бирһәгеҙ, отолмаҫһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер уйламаған хәл килеп сығыуы бар. Бер аҙ аҡса эҙләргә лә тура килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙнаны әүҙем һәм файҙалы үткә­рерһегеҙ. Күптәрҙең ижади һәләттәре асылыр. Яңы ҙур эштәргә тотонорға ла мөмкин. Был хәлегеҙҙән килергә тейеш. Аҡсағыҙ күбәйеп, матди хәлегеҙҙе бер аҙ нығытырһығыҙ.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
Читайте нас: