Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
17 Ғинуар 2020, 16:09

ЙОНДОҘНАМӘ

(20 – 26 ғинуар)

ҠУҘЫ
Етәкселек менән етди һөйләшеүҙе, дәүләт органына мөрәжәғәт итеүҙе февралгә тиклем кисектереп тороғоҙ. Сабыр булһағыҙ, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ.

БУҒА
Тәжрибә һәм аҡыл туплау осоро. Яҙмышығыҙҙа ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Эске тойомлауға таянып ҡарар ҡабул итегеҙ, ҡулай мәлдән файҙаланып ҡалағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Шик-шөбһәләрҙән ҡото­лорһоғоҙ. Һәйбәт хәбәр кө­төгөҙ. Эш урынында иғти­барлы булығыҙ – хаталаныу хәүефе бар.

ҠЫҪАЛА
Таныш булмаған ке­шеләрҙән, шикле ғәмәлдәрҙән йыраҡ тороғоҙ, алыҫ сәфәр­ҙәрҙән баш тартығыҙ. Матди сығымдар булыр, моғайын. Яҡындарығыҙ менән һүҙгә килешеүҙән һаҡланығыҙ.

АРЫҪЛАН
Көс-ҡеүәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, әүҙем эштәрҙе кисектереп торорға кәңәш ителә. Яратҡан кешегеҙ менән араларығыҙ өҙөлмәһен тиһәгеҙ, хис-тойғоларығыҙҙы бер аҙ тыйығыҙ.

ҠЫҘ
Алды-ялды белмәй эшләй торған сағығыҙ. Киләсәктә мул ғына табышҡа өмөт­ләнергә була. Йөкмәтелгән бурысты яңғыҙ башҡара алмаһағыҙ, ышаныслы кешене ярҙамға саҡырығыҙ.

ҮЛСӘҮ
Яңы ҡыҙыҡлы эш-ғә­мәлдәр көтә. Абруйығыҙ артыр, танылыу яуларһығыҙ. Эшлекле бәйләнештәр һөҙөмтәле булмаҡсы.

САЯН
Мөһим осрашыуҙарҙы аҙнаның башына план­лаштырығыҙ. Эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырырға тәҡдим итһәләр, ныҡлап уйлағыҙ, киләһе осор ҙур үҙгәрештәр өсөн ҡулай түгел.

УҠСЫ
Был аҙнала әүҙем ялға һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ваҡыт бүлегеҙ. Көслө затты романтик осрашыу көтә. Ә бына гүзәл затҡа ҡомарлы ғәмәлдәрҙән баш тартыу хәйерле – аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе бар.

ЫЛАҠ
Көтөлмәгән хәл-шарттар арҡаһында ҡорған план­дарығыҙҙың үҙгәреп китеүе бар. Эш урынында үрләтеүҙе, хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы һорамай тороғоҙ, үтенесегеҙҙе кире ҡағырҙар, моғайын.

ҺЫУҒОЯР
Танышлыҡтар, дуҫ-иштәр менән осрашыу, киләсәккә план ҡороу өсөн ҡулай аҙна. Имтихан тапшырыусыларҙы уңыш көтә. Шау-шыулы саралар ҙа файҙаға булыр.

БАЛЫҠ
Аҙна уңышлы булмаҡсы. Яңы килем сығанағы табыр­һығыҙ. Эшлекле һөйләшеүҙәр ҙур һөҙөмтә бирер. Бөтә ниәт­тәрегеҙҙе асыҡтан-асыҡ һөйләп йөрө­мәгеҙ, көнләшеүселәр бар.

Фото: amp.znaj.ua
Читайте нас: