Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
13 Ғинуар 2020, 16:34

Йондоҙнамә

(13 – 19 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Элек башлаған эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер. Уларҙы тиҙ генә тамамларға мәжбүр булыр­һығыҙ. Ғөмүмән, иң ауыр мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Кесе йомала күптәнге дуҫығыҙҙан хәбәр килер.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала үҙегеҙҙе тыныс тотоу еңел булмаҫ, моғайын. Төрлө ваҡ-төйәк мә­шә­ҡәт эсегеҙҙе бошорор. Һеҙҙе күрә алмаусыларҙан һәм башҡа йүнһеҙ бән­дәләрҙән ситтәрәк тороғоҙ. Ғөмүмән, ҡайһы бер етди мәсьәләне күктән ергә төшөрөргә кәрәктер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаның тәүге яртыһын мөмкин тиклем файҙалыраҡ үткәрергә тырышығыҙ. Баш­­ҡалар менән уртаҡ тел таба бе­леүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шар­шам­бынан һуң аҡса мәсьәләләре менән шөғөл­ләнерһегеҙ. Уларҙы хәл итеү уйлағандан күпкә ауырыраҡ барыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәйбәт осор. Ләкин аҙаҡ кире хәл­дәр­ҙең күбәйеп китеүе ихтимал. Иң мөһим эштәрегеҙҙе һуңға ҡалдырырға кәңәш ителмәй. Шаршамбыла яҡшы белгән кешеләр менән дәғүә килеп сығыуы бар. Был арала үҙегеҙгә мөмкин тиклем күберәк ял бирергә тырышығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Көндәр бер аҙ икеле көтөлә. Ыңғай ва­ҡиғалар ҙа булыр. Йыш ҡына борсо­лорға, шикләнергә лә тура килер. Кеше йомош­тары менән дә булышырһығыҙ. Ҡайһы саҡ үҙ эшегеҙгә ваҡыт етмәүе лә ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна көсөргәнешле башланыр. Яҡын кешеләр араһында ла дәғүәләр килеп сығыуы ихтимал. Элекке эштәрегеҙ ҙә борсолоу тыуҙырыр. Шишәмбенән һуң тулыһынса көндәлек эштәргә сумырға тура килер. Бер юлы күңелегеҙ ҙә тынысланыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мәл файҙалы аралашыуҙар өсөн уңайлы. Яңы таныштарығыҙ арҡаһында тормошоғоҙ бер аҙ йәнләнеп китер. Кеше араһында йыш булырһығыҙ һәм үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ауыр һәм бер юлы өмөтлө осор. Төрлө ваҡиға күп булмаҡсы. Һәр саҡ артыҡ күп уйланмайынса эш итерһегеҙ, моғайын. Күптәргә бындай хәл оҡшамаҫ, ләкин алға табан барыу өсөн мөмкинлектәр ҙә сығып торор. Кесе йомала яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала күпкә ынтылмағыҙ. Ҡар­шы­лыҡтар күбәйеп китеүе бар. Бәғзеләргә киләсәккә ҡорған маҡсаттарын үҙгәр­тергә лә тура килер, бәлки. Шишәмбелә бигүк ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ. Йомала уйламаған ерҙән ярҙам килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ауырлыҡтар күп булһа ла, улар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай. Ҡайһы бер һәләттәрегеҙҙе лә күрһәтә алырһығыҙ. Янығыҙҙағы кешеләр менән һүҙгә килешеүегеҙ ҙә бар, ләкин был ваҡытлыса ғына булыр. Кесе йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында кемдәндер дәғүә һүҙҙәре ишетеүегеҙ бар. Йондоҙҙар кеше хәбәрҙәренә иғтибар бирмәҫкә ҡуша. Ниндәйҙер күптән борсоп торған мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлын таба алырһығыҙ һымаҡ. Яңы танышлыҡтар өмөтлө булырға оҡшай.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙ уңышһыҙлығында башҡаларҙы ғәйепләргә өйрәнгәндәргә ауыр буласаҡ. Ундайҙар көсөн юҡҡа түгер. Был арала үҙ көстәренә ныҡлап ышанғандар ғына уңыштарға өлгәшә алыр. Кесе йомала эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер.
Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Өмөтбай https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/yondo-nam-13-19-inuar/
Читайте нас: