Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
10 Ғинуар 2020, 17:31

ЙОНДОҘНАМӘ

(13 – 19 ғинуар)

ҠУҘЫ
Шәхси эштәр менән шөғөл­ләнеү, күптәнге пробле­ма­лар­ҙы хәл итеү өсөн ҡулай осор. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ. Яңғыҙҙарҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә. Кәйефегеҙ күтәренке булыр. Ваҡиғалар ағышына көйләнә алһағыҙ, бөтә кәртәләрҙе лә еңеп сығырһығыҙ.

БУҒА
Аҙнаны әүҙем ялға арнарға кәңәш ителә. Саф һауала йөрө­гөҙ, сәйәхәт итегеҙ. Кәйефегеҙҙе ҡырған хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Үҙ мәнфәғәтегеҙҙе яҡларға әҙер булығыҙ. Ҡәҙерле кешегеҙгә ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ, араларығыҙ һыуынып китеүе бар.

ИГЕҘӘКТӘР
Мажаралар һәм мөхәббәт упҡы­нына ҡыйыу ташла­нығыҙ. Никахлашыу өсөн ҡу­лай аҙна. Ҡарашығыҙҙы бел­дерергә тартынмағыҙ, фекерегеҙгә мотлаҡ ҡолаҡ һалырҙар. Шәхси мәсьәләләрҙә ашыҡмағыҙ, уйлап эш итегеҙ.

ҠЫҪАЛА
Тормоштан, яҡындарығыҙ менән аралашыуҙан ҙур ки­нәнес табырһығыҙ. Яңылыҡ­тарға, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға әҙер булығыҙ. Романтик кәйефте һаҡлап ҡалырға тырышһағыҙ, үҙегеҙҙе сикһеҙ бәхетле тойорһоғоҙ.

АРЫҪЛАН
Был аҙнала бөтә эш-ғәмәл­дәрҙе ныҡлы уйлап башҡа­рырға кәңәш ителә. Матди табыш алыу мөмкинлеге бар. Өл­кән йәштәге Арыҫландар абруйын нығытыр. Таныш булмаған кешеләргә ышанып бармағыҙ, вәғәҙә бирмәгеҙ.

ҠЫҘ
Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар тыуһа ла, баҙап ҡалмаҫһығыҙ. Йәшәү көсөгөҙ әүәлгесә юғары булып ҡала. Хәүефле аҙымдарҙан һаҡланығыҙ. Эш урынында алдарға маташыуҙары бар – иғтибарлы булығыҙ, эске тойомлауға ҡолаҡ һалығыҙ.

ҮЛСӘҮ
Үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ – яңы тәҡдимдәр булыр, килем алырһығыҙ. Ниәттәрегеҙ яҡын арала тормошҡа ашыр. Шулай ҙа берлектәге ғәмәлдәрҙән баш тартырға кәңәш ителә. Сит кешеләрҙең фекерен иғтибарға алмағыҙ, ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итегеҙ.

САЯН
Уңышҡа өлгәшергә теләһә­геҙ, алдан уҡ аныҡ төҙөлгән пландан тайпылмағыҙ. Уйла­нылмаған аҙымдарҙың хатала­ныуҙарға килтереүе ихтимал. Был иһә абруйығыҙға йоғонто яһар. Яҡындарығыҙ һеҙҙең хәстәрлеккә мохтаж кеүек.

УҠСЫ
Эштәге мәшәҡәттәргә ҡара­маҫтан, ғаиләгеҙгә, яҡында­рығыҙға ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Ҡәтғи аҙымдарҙы, ҡарарҙарҙы кисектереп тороғоҙ. Иң яҡшыһы – ситтән генә күҙәтегеҙ. Эш урынын алмаштырырға теләһәгеҙ, бының өсөн аҙна аҙағы ҡулай.

ЫЛАҠ
Уй-ниәттәрегеҙҙе берәүгә лә һөйләмәү хәйерле. Шул саҡта күп нәмәгә өлгәшерһегеҙ. Юғалтыуҙар булмаһын тиһәгеҙ, шишәмбе ҡәтғи эш итергә тура килер, моғайын. Ғаиләгеҙҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә мотлаҡ иғтибар бүлегеҙ.

ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала күп ваҡытты дуҫтарығыҙ алыр, моғайын. Улар һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Үҙегеҙ хаҡында ла оноторға ярамай. Спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала күберәк йөрөргә кәңәш ителә. Аҙнаның икенсе яртыһы киләсәккә план ҡороу өсөн ҡулай булмаҡсы.

БАЛЫҠ
Аҙна һәр йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, йә булмаһа күптән теләгән әйберҙе һатып алыуҙан кәйефегеҙ күтәрелер. Көслө затҡа шау-шыулы кисәләрҙән баш тартырға кәңәш ителә.
Читайте нас: