Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
8 Ғинуар 2020, 15:31

Йондоҙнамә (6 – 12 ғинуар)

Йондоҙнамә (6 – 12 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна бик һәйбәт башланып китер, мо­ғайын. Был арала мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалырға тырышығыҙ. Аҙаҡтан уңышҡа өлгәшеү ҡыйынлашыр. Ниндәй­ҙер элекке эшегеҙгә лә кире ҡайтырға тура килер. Йомала мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Көндәр бигүк еңел килмәҫкә оҡшай. Һәр саҡ һаҡланып йөрөгәндәрҙең дә хаталаныуы мөмкин. Бәғзеләрҙең үҙ мөмкин­лектәрен дөрөҫ баһаламауы бар. Шар­шам­былағы икеле хәлдәрҙе асыҡлау һис тә еңел булмаҫ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡшы осор. Һәр саҡ үҙ һүҙегеҙҙе яҡлай алырһығыҙ. Уй-фекерҙәрегеҙ үтемле булыр, абруйығыҙ ҙа күҙгә күренеп артыр. Мәл күптән уйлап йөрөгән маҡсат­тарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы. Был йәһәттән ярҙам эҙләргә лә тура килер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күпкә өмөт итмәгеҙ. Һәйбәт барған эштәрегеҙ ҡапыл туҡтап киткәндәй тойолор. Тормоштоң ҡапыл арты менән боролоуы ла мөмкин. Шулай ҙа танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Күптән көткән ярҙам бына-бына килер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башы кәйефегеҙҙе күтәрер. Барыһы ла һеҙ уйлағанса бара һымаҡ, уй-маҡсаттарығыҙ ҙа билдәле. Шаршамбыла ғына көсөгөҙҙө артыҡ баһалап, хата ебәреүегеҙ ихтимал. Йомала кемдер һеҙгә дәғүәһен белдерер кеүек.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Әгәр ялҡауланмаһағыҙ, үҙегеҙ өсөн күп файҙа күрә алырһығыҙ, моғайын. Элек ҡатмарлы күренгән нәмәләр ҙә ҡапыл аңлайышлы булыр. Фекерҙәрегеҙ кеше араһында һәр саҡ яҡлау табыр. Кесе йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көндәр һәйбәт килер. Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Яҡшы кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ, ҡайһы бер мөнәсәбәтте лә нығытырһығыҙ. Шаршамбылағы эштәр һеҙ уйлағандан ҡыйыныраҡ барыр. Йомала рәхмәт һүҙҙәре ишетерһегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор бер аҙ көсөргәнешлерәк килер. Бигерәк тә күп икеләнгән, артыҡ ышаныусан кешеләргә ҡыйын буласаҡ. Төрлө дәғүәләрҙән мөмкин тиклем арыраҡ булығыҙ. Уларҙан аралар ғына боҙолоуы мөмкин. Йомалағы уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй ҙә һымаҡ. Етди эштәргә то­тонорға ҡайһы ваҡыт ныҡышмалыҡ та етмәүе ихтимал. Йыш ҡына мөмкин­лек­тәрегеҙҙе яңылыш баһалауығыҙ ҙа ҡама­саулар. Йомала ишеткән кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл әүҙем эш итеү өсөн уңайлы. Шишәмбе бигерәк тә файҙалы үтер. Үҙегеҙгә ялҡауланырға ирек бирмәгеҙ, юғиһә шикләнеү, икеләнеүҙәр көсәйер. Бәғзеләр киләсәккә ҡорған маҡсаттарына кәрәкле үҙгәрештәр ҙә индерә алыр, бәлки.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үҙгәреүсән булыр, ләкин был ҡурҡытмаҫ. Яңы танышлыҡтар ҙа булдырыуығыҙ ихтимал. Кешеләрҙе аңлай белеүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Башҡалар ҙа һеҙгә һәр саҡ ыңғай ҡарар.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор белем һәм тәжрибә арттырыу өсөн уңайлы. Ҡайһы бер нәмәгә яңыса ҡарай башларһығыҙ. Бәғзеләр элек аңламаған нәмәләрҙе төшөнөр. Нин­дәйҙер кешеләргә ҡарата мөнәсә­бәтегеҙ ҙә үҙгәрер. Элек башлаған мөһим эште тамам­ларһығыҙ.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
Читайте нас: