Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
27 Декабрь 2019, 16:07

ЙОНДОҘНАМӘ

(30 декабрь – 5 ғинуар)

ҠУҘЫ
Аҙна байрам мәшәҡәте менән үтер. Яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ иғтибар талап итер. Дуҫтарығыҙ сәйәхәткә саҡырһа, баш тарт­ма­ғыҙ – бер аҙ ял зыян итмәҫ. Эш­ҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йөклә­мәләрҙе теүәл үтәргә, һәр эште ваҡытында башҡарырға тырышығыҙ.

БУҒА
Был аҙнала һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ. Һуңғы ваҡытта арып киткән кеүекһегеҙ. Физик көсөр­гәнеш талап иткән ғәмәл­дәр­ҙе кисектереп тороғоҙ. Дөрөҫ туҡла­ны­ғыҙ, күберәк йоҡлағыҙ, саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ. Шау-шыулы сараларҙан баш тартыу хәйерле.

ИГЕҘӘКТӘР
Хеҙмәттәштәрегеҙҙән артыҡ күпте өмөт итмәгеҙ, ҙур талаптар ҡуймағыҙ. Үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы ла сит кеше иңенә һал­мағыҙ, сөнки уларҙы һеҙҙән дә яҡшыраҡ башҡарыусы табылмаҫ. Шәхси мөнәсә­бәттәрҙә барыһы ла яҡшы булыр.

ҠЫҪАЛА
Хис-тойғоларҙы яйға һалыу өсөн ҡулай аҙна. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ ҡыуандырып торор. Ҙур ғына бүләк алыуығыҙ ҙа ихтимал. Ярҙам һорағандарға ҡулдан килгәнсә булышлыҡ күрһәтегеҙ. Тиҙҙән үҙегеҙгә лә уларҙың кәрәге тейер.

АРЫҪЛАН
Байрам алдынан аҡсағыҙҙы артыҡ сарыфлап ташламағыҙ. Яңы йылда байтаҡ сығым көтөлә. Еңел аҡса эшләргә тәҡдим иткән әҙәмдәргә ышанмағыҙ. Ғаилә ҡороп өлгөрмәгәндәр һөйгәнен осратыуы ихтимал. Күңел асыу сараһында яңы танышлыҡтар киләсәктә тормошоғоҙға ҙур йоғонто яһар.

ҠЫҘ
Эргәгеҙҙә ҡыҙыҡлы идея­ларға, тәҡдимдәргә бай кешеләр күбәйер, моғайын. Улар ярҙа­мын­да тормоштоң бөтөнләй икенсе яҡтары менән танышырһығыҙ. Осра­шыуҙар, һөйләшеүҙәр уңышлы булыр, мул ғына килем дә алырһығыҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә яҡындарығыҙ ярҙам итер.

ҮЛСӘҮ
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай аҙна көтөлә. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. Көс-ҡеүә­те­геҙ, тәрән аҡылығыҙ бөтә мәшә­ҡәттәрҙе уңышлы еңеп сығырға мөмкинлек бирер. Кәйефегеҙ күтәренке булыр. Алыҫ сәфәргә сығыуығыҙ ихтимал.

САЯН
Аҙна бик әүҙем башланыр. Мөһим һөйләшеүҙә кәрәкле кеше менән килешә алмаһағыҙ, уны бер аҙға кисектереп тороу хәйерле. Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ әленән-әле иғтибар талап итер. Аҙнаның икенсе яртыһында йыраҡтан яҡшы хәбәр көтөгөҙ.

УҠСЫ
Аҙна милек мәсьәләләрен яйға һалыу, документтар тултырыу, мөһим килешеүҙәр төҙөү өсөн уңышлы булмаҡсы. Теләгән әйберегеҙҙе лә һатып алыу мөмкинлеге тыуыр. Йондоҙҙар ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәргә булышлыҡ итер.

ЫЛАҠ
Белемде камиллаштырыу, дуҫтар менән осрашыу, эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай осор. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ҙә ҙур һөҙөмтә бирер. Йоғон­толо кеше менән танышыуығыҙ артабанғы тормошоғоҙҙа ярҙам күрһәтер.

ҺЫУҒОЯР
Эш урынын алмаштырыу, яңы партнерҙар табыу, яҡын­дарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн уңышлы аҙна. Һәләтегеҙҙе үҫтереү мөмкинлеге тыуыр, унан файҙаланып, бөтә оҫталығығыҙҙы күрһәтеп ҡалығыҙ. Коммерция тәҡдимдәренә иғтибар итегеҙ.

БАЛЫҠ
Тормошоғоҙҙа ҡырҡа боролош булыр. Шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тарға бай ваҡиғалар көтөгөҙ. Тик аҙнаны күңел асыу сараларына ғына ҡайтарып ҡалдырмаһағыҙ ине. Яҡындарығыҙ тураһында ла онотоп ҡуймағыҙ: улар ҙа һеҙҙән иғтибар көтә.

Фото: m.123ru.net
Читайте нас: