һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала күпте эшләй алырһығыҙ. Ниндәйҙер ҙур эште тамамлау өсөн байтаҡ көс түгерһегеҙ. Шулай ҙа ҡайһы саҡ ашығып, хаталар ҙа ебәрерһегеҙ. Төптән уйлағанда, ҡайһы бер эшегеҙҙе киләһе йылға ла ҡалдырырға мөмкиндер, бәлки.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йыл йомғаҡтарынан ҡәнәғәтлек кисерергә мөмкин. Күпте башҡара алдығыҙ, күпкә өйрәндегеҙ кеүек. Ниндәйҙер алдан ҡорған маҡсатығыҙға өлгәшә алмауҙа һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ. Эштәрегеҙ барышы икенсе кешеләр менән бәйле булды.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үтеп барған йылға йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Уны еңел булды, тип әйтеүе ҡыйын. Ҡайһы бер уңышҡа ла өлгәштегеҙ, хаталар ҙа етерлек һағаланы. Иң мөһиме – һәр саҡ хәлегеҙҙән килгәнсә эш иттегеҙ, иң ауыр ваҡытта ла күңелегеҙҙе төшөрмәнегеҙ, байтаҡ тәжрибә лә тупланығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала кәйефегеҙ яҡшы булыр. Бөтөп барған йылды һәйбәт кенә үткәрҙегеҙ. Киләсәккә төҙөгән маҡсаттарығыҙ ҙа ҡатмарлы һәм етди кеүек. Шулай ҙа уларҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн көс-хәлегеҙ мотлаҡ етер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бер аҙ икеле осор. Йылды арыу ғына тамамлап киләһегеҙ. Мөһим генә эштәрҙе лә башҡара алдығыҙ. Тик ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҡәнәғәтһеҙлек тә кисерәһегеҙ һымаҡ. Төптән уйлағанда, күберәкте лә башҡара алыр инегеҙ. Күңелегеҙ тыныс булһын, бында һеҙҙең ғәйебегеҙ бөтөнләй юҡ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әллә ни ашығыс эштәрегеҙ булмаһа ла, осор мәшәҡәтле көтөлә. Ләкин байрам алды ығы-зығыһы кәйефегеҙҙе һис тә төшөрмәҫ, моғайын. Аралашыуҙар ҙа күбәйер. Йыл барышында эшлекле бәйләнештәрҙән байтаҡ файҙа күрҙегеҙ. Артабан да уларҙы йыш ҡына файҙаланырға тура килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәйбәт осор. Килеп сыҡҡан мәшәҡәттәр Яңы йыл менән генә бәйле булыр. Яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡорғанһығыҙ кеүек, тыныс күңел менән байрамға әҙерләнергә мөмкин. Йондоҙҙар был арала бөтә элекке бурысығыҙҙы ҡайтарырға ҡуша. Юҡһа артабан өҫтәмә ҡыйынлыҡҡа осрарһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был аҙнаны әүҙем үткәрергә кәңәш ителә. Башлаған эштәрегеҙҙе хәлегеҙҙән килгәнсә тамамлағанда, һәйбәт булыр ине. Үтеп барған йылда хаталар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа байтаҡ ҡына булды һымаҡ. Кешеләргә лә артыҡ ышандығыҙ. Артабан үҙаллы эш итергә тырышығыҙ, булған тәжрибәгеҙгә таянығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна һәйбәт үтергә оҡшай. Эштәрегеҙҙән бушанып, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә лә мөмкин. Әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшмәһәгеҙ ҙә, йылды файҙалы үткәрҙегеҙ. Күптәр белемен арттырҙы, бәғзеләр яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙе. Киләсәктә быларҙың барыһының да кәрәге тейәсәк.
Саян (24.10 – 22.11)
Яҡшы кәйеф менән йәшәрһегеҙ. Һис уйламағанда ниндәйҙер етди һәм сетерекле мәсьәлә килеп сығыуы ла ихтимал. Уны артыҡ һуҙмай, етеҙ генә хәл итергә кәңәш ителә. Бында һеҙҙең ғәйебегеҙ бөтөнләй булмаһа ла, бер кемгә лә үпкә белдермәүегеҙ дөрөҫ булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)