Аҙна бер аҙ икеле буласаҡ. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәрегеҙ тыуып торор, ләкин башҡаларҙан терәк-яҡлау табыуы еңел булмаҫ һымаҡ. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетеүегеҙ бар. Бик борсолмағыҙ, тиҙҙән бар эшегеҙ яңынан урынынан ҡуҙғалып китер.
Үткән ваҡиғалар тураһында артыҡ уйланаһығыҙ кеүек. Уларҙы оноторға ла ваҡыт, юғиһә алға китә алмаҫһығыҙ. Йондоҙҙар осраҡлы кешеләр менән серләшергә ҡушмай. Үҙ эшегеҙ тураһында артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ.
Көтмәгәндә ҡайһы бер һәләтегеҙ асылыр. Шуға күрә тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булыуы бик ихтимал. Һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алған осраҡта, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Был арала тәжрибәле кешеләрҙән урынлы кәңәш тә ишетерһегеҙ, бәлки.
Янығыҙҙағы кешеләр менән бергә эш итеү файҙалыраҡ һымаҡ. Уртаҡ тел табыу ҙа һеҙгә һис тә ауыр булмаҫ. Бәғзеләр кәрәкле танышлыҡ та табыр, моғайын. Һеҙгә ҡарата кемдер артыҡ иғтибар күрһәтә. Ул кешенең ниндәйҙер аҫтыртын маҡсаты бар кеүек.
Аҙна барышында янығыҙҙағы кешеләр менән төрлө дәғүә күбәйеп китер. Төптән уйлағанда, был хәлдә үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ барҙыр. Тәнҡит һүҙҙәрен дә йыш ҡына тыныс ҡабул итә алмайһығыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ниндәйҙер ҙур эш башларға тораһығыҙ. Икеләнеүҙәр ҙә барҙыр, моғайын. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Янығыҙҙа ышаныслы кеше булыуын күрергә тырышығыҙ.
Ваҡ-төйәккә көсөгөҙҙө әрәм итмәгеҙ. Күп нәмә ҡулығыҙҙан килер. Был арала бөтә нәмәгә дөрөҫ ҡарашта булырһығыҙ, бер ниндәй ҙә хата ебәрмәҫһегеҙ. Элек бергә эшләгән кешеләр үҙҙәре хаҡында белгертер. Уларҙан өмөтлө тәҡдимдәр ҙә ишетеүегеҙ ихтимал.
Һәйбәт осор. Тик юҡ-бар мәсьәләләргә генә иғтибар бирмәгеҙ. Ҡасандыр хәл итә алмаған мәсьәләне сисеү юлын да еңел генә табырһығыҙ. Янығыҙҙағы кешеләрҙең ярҙамы кәрәк булыр, һәм һеҙ уны мотлаҡ алырһығыҙ.
Барыһы ла яҡшы барыр. Уйлағандан күберәк эште башҡара алырһығыҙ. Килгән аҡса ла урынын табыр – кемдер элекке бурысын ҡайтарыр. Шаршамбынан һуң бәғзеләр сәфәргә сығырға әҙерләнер.
Дүшәмбелә ниндәйҙер кәрәкле һәм файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ. Бәғзеләр һуңғы ваҡытта борсоған һорауҙарға асыҡ яуап алыр. Кемдер яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡора башлар. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: күп осраҡта теләгәнегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙгә тура килмәүе лә ихтимал.
Һәйбәт осор. Күптәр өсөн яңы уңайлы мәлдәр тыуыр. Был арала әүҙемлек күрһәткән кешеләр мотлаҡ уңыр. Үҙ көстәренә ышанмағандар, икеләнеп ҡалғандар оҙаҡ үкенер. Үҙ аҡылығыҙ менән йәшәргә тырышығыҙ, янығыҙҙағы кешеләрҙең кәңәштәре ҡамасаулар ғына.
Ҡайһы бер бушағыраҡ урындарығыҙҙы нығыта алырһығыҙ. Кемдер насар ғәҙәттәренән бөтөнләй ҡотолор. Ғөмүмән, күптәр тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр тыуыр, ҡайһы саҡ күңелегеҙгә ятмаған эш менән дә булышырһығыҙ. Ләкин барыһы ла яҡшы тамамланыр.