Аҙна башы төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән айырылып торор. Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, был арала әллә ни ырата алмаҫһығыҙ. Кесе йомала ҡайһы бер ваҡиғалар бер аҙ ҡыуандырып та алыр.
Осор һис тә һеҙ уйламағанса башланыр. Алдан ҡорған маҡсатығыҙҙы ситкә ҡуйып, икенсе эштәр менән булышырға мәжбүр булырһығыҙ. Кесе йомалағы хәл шатлыҡ алып килер.
Аҙна барышында кемдер һеҙҙе ҡыуандырыр. Ниндәйҙер элек башҡарған эшегеҙ өсөн килем алыуығыҙ мөмкин.
Уны тейешенсә ҡабул итегеҙ. Әгәр шуның бер өлөшөн изге эшкә йүнәлтһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт. Йома уңыш килтерер.
Дүшәмбе-шишәмбелә һис уйламаған ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Ижад менән шөғөлләнгәндәр бигерәк тә уңыр. Башығыҙға өмөтлө уйҙар ҙа килер, моғайын. Уларҙы тартынмайынса башҡалар менән дә уртаҡлашыуығыҙ дөрөҫ булыр.
Көндәр тыныс үтер. Хатта бәғзеләргә күңелһеҙерәк тә булыр. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тулыһынса тамамлау өсөн мәл уңышлы булырға оҡшай. Бынан һуң яңы эштәргә тотонорға ла мөмкин.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ғөмүмән, аҙна һеҙҙең өсөн уңайлы килә. Тик ҡайһы саҡ һөҙөмтәләргә тиҙерәк өлгәшеү теләге арҡаһында хаталаныуығыҙ бар. Ҡатмарлы саҡта тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшергә һис тә тартынмағыҙ.
Һәйбәт осор. Мәл ниндәйҙер күптән уйлап йөрөгән маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы. Әллә ни ҙур булмаған мәсьәләләр ҙә тыуыр, бәлки. Ләкин уларҙы әллә ни күп көс түкмәйенсә хәл итергә тейешһегеҙ.
Был арала ҡаршылыҡтарҙың күбәйеп китеүе лә бар. Бәләкәй генә эштәр ҙә һеҙҙән етди ҡараш талап итер, моғайын. Элек биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Матди хәлегеҙ һәйбәтләнер.
Һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Тик бының өсөн тәүәккәллек күрһәтергә онотмағыҙ. Битараф кешеләрҙең шишәмбе-шаршамбылағы уңайлы мәлдәрҙе күрмәүе лә ихтимал. Кесе йоманан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ ҙә ярай.
Бөтә эштәрегеҙҙә лә әүҙемлек күрһәтерһегеҙ, моғайын. Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә лә уңырһығыҙ һымаҡ. Бәғзеләрҙең икенсе эшкә күсеүе лә бар. Кемгәлер икенсе, юғарыраҡ вазифа ла тәҡдим итерҙәр, бәлки.
Яҡын кешеләрҙең ҡайһы бер ҡылығы эсегеҙҙе бошорор. Бер үк араларҙы асыҡлауға тиклем барып етмәгеҙ. Был арала һис тә уйламағанда алыҫ сәфәргә юлланыуығыҙ ихтимал. Уның йомғаҡтары һеҙҙе мотлаҡ ҡыуандырыр.
Өйҙәге хәлдәр һәйбәт булмаҡсы. Элекке ҡытыршылыҡтар бөтөнләй онотолор. Ғөмүмән, өйҙә лә, эштә лә аралашыу яҡшы барыр. Кешеләр менән еңел генә уртаҡ тел табырһығыҙ. Йондоҙҙар был арала әйбер күсерергә кәңәш итмәй.