Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
20 Сентябрь 2019, 14:09

ЙОНДОҘНАМӘ (23 – 29 сентябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ (23 – 29 сентябрь)

ҠУҘЫ

Был аҙнала төп ваҡы­ты­ғыҙ­ҙы мөһим бәйләнештәрҙе яйға һа­лыуға һәм дөрөҫ мәғлүмәт алыуға сарыфларһығыҙ, моғайын. Кәңәш­мәләр, ҡағыҙ эше күп көтөлә. Тамамланмаған ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе ахырына еткерергә кәңәш ителә.


БУҒА

Был аҙнала йылдамлыҡ, са­быр­лыҡ һәм эске тыныслыҡ кеүек сифаттарҙың кәрәге тейер. Тырышып эшләһәгеҙ, табышты ла кү­берәк алырһығыҙ. Шулай ҙа яңы эш баш­лауҙы кисектереп тороғоҙ. Яҡын­дарығыҙға ҡарата артыҡ талапсан булмағыҙ, үпкәләүҙәре ихтимал.


ИГЕҘӘКТӘР

Күптән теләгән ниәтегеҙҙе тор­мошҡа ашыра алырһығыҙ, тик үҙегеҙгә ышанысты юғалт­маһағыҙ ине. Ҡатмарлы эштә лә әллә ни ҙур тырышлыҡ һалырға тура килмәҫ, йон­доҙҙар ҙа, Йыһан үҙе лә һеҙгә ярҙам иткәндәй тойолор.


ҠЫҪАЛА

Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор, эске тойомлауығыҙ хаҡ ҡарар ҡа­бул итеүгә булышлыҡ итер. Эргә­геҙҙә алдаҡсылар күбәйгән кеүек, шулай ҙа улар һеҙгә зыян итә алмаҫ. Маҡ­сатҡа ынтылышты юғалтмаһағыҙ, юғарыраҡ вазифаға үрләү мөмкинлеге бар.


АРЫҪЛАН

Был аҙнала аныҡ план буйынса эшләргә тырышығыҙ. Кә­рәк­мә­гән бәйләнештәрҙән, осра­шыу­ҙарҙан баш тартығыҙ, уларҙың фай­ҙаһы булмаҫ. Ниәттәрегеҙҙе ҡайтанан ҡа­рап сығығыҙ, улар ысынбарлыҡҡа тап киләме?


ҠЫҘ

Күп эшләргә тура килер. Бы­ның өсөн маҡтау һүҙҙәрен дә, аҡса­лата бүләкләүҙәрен дә көтмәгеҙ. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә иғтибар итмәгеҙ, иң мөһиме – перспективалы эш-тәҡдимдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмау. Алынған мәғлүмәтте ентекле өйрәнегеҙ һәм һығымта яһағыҙ.


ҮЛСӘҮ

Яңы эш башлау, маҡсатығыҙға ғәҙәти булмаған алым ярҙамында өлгәшеү теләге тыуыр. Тәүәккәл булырға, ваҡытты һуҙмаҫҡа кәңәш ителә. Аралашыуҙарҙа киҫкенлек күҙәтелеүе ихтимал. Борсолмағыҙ, аҙна аҙағына һәр йәһәттән уңырһығыҙ.


САЯН

Эшегеҙҙә уңыштар, шәхси мөнәсәбәттәрҙә күңелле мәлдәр көтөлә. Төп тырышлыҡты коллектив эшмәкәрлеккә һәм ҡыҙыҡлы проекттарға йүнәлтегеҙ. Лидер һәм ойоштороусы булып китеүегеҙ ихтимал. Ҡыйын хәлдәргә иғтибар итмәгеҙ, тәжрибә туплағыҙ.


УҠСЫ

Эшмәкәрлек өлкәһен кинәт алмаштырыуығыҙ бар. Һөҙөмтәлә еңеллек тойорһоғоҙ, икенсе һулы­шығыҙ асылыр. Был шәхси мөнәсә­бәт­тәрҙә лә сағылмай ҡалмаҫ, оҡшаған кеше­геҙҙә үҙегеҙ хаҡында яҡшы тәьҫорат уятырһығыҙ.


ЫЛАҠ

Аҙна күңел асыуҙарға, төрлө осрашыуҙарға бай булмаҡсы. Ишектәрегеҙ ҡунаҡтар өсөн асыҡ булыр. Үпкәләшкән яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартмағыҙ, сауабы үҙегеҙгә бик тиҙ әйләнеп ҡайтыр, матди хәлегеҙ яҡшырыр.


ҺЫУҒОЯР

Төрлө авантюраларҙа ҡат­нашыу теләге тыуыр. Бөтә ниәт­тәрегеҙҙең шунда уҡ тормошҡа ашыуын көтмәгеҙ. Эш урынында мәшәҡәттәр тыуып торор. Аҙна барышында финанс мәсьәләһе лә борсор. Аҙыҡ-түлек һатып алғанда яраҡлылыҡ ваҡытына иғтибар итегеҙ.


БАЛЫҠ

Уйланылмаған аҙымдарҙан баш тартығыҙ, юғиһә күңел тыныслығын юғалтырһығыҙ, матди сығымдар ҙа талап ителер. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Эш урынында абруйығыҙ артыр. Ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итергә тырышығыҙ.

Читайте нас: