Аҙна ҡыйыныраҡ башланып китер. Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы аңлауы еңел булмаҫ. Уларҙы яйлап төшөнгәс, барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Йондоҙҙар күберәк үҙегеҙ тураһында хәстәрләргә кәңәш итә.
Осор һеҙҙең өсөн өмөтлө булырға оҡшай. Күптәр өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Бәғзеләр етди мәсьәләне сисеү юлын аңлар. Кемдер башығыҙҙы бутарға ла тырышыр. Быға юл ҡуймағыҙ. Йомала ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.
Эштәрегеҙ яҡшы барыр. Был арала һеҙҙе аңлаған һәм ярҙам итергә әҙер булғандарҙың һаны мотлаҡ күбәйер. Кире ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәй. Файҙалы эшмәкәрлек өсөн бөтә шарт та булыр. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө һөйләшеү көтөлә.
Башығыҙға өмөтлө күренгән төрлө фекер даими килеп торор. Тик уларҙы тормошҡа ашырыу әлегә мөмкин түгел. Шаршамбыла ашығыу арҡаһында кәрәкмәгән мәшәҡәт килеп сығыуы бар. Йомала бөтөнләй таныш булмаған кешенән ниндәйҙер файҙа күрерһегеҙ һымаҡ.
Аҙна барышында ныҡ тырышырға тура килер. Ләкин бының сауабы ла байтаҡ буласаҡ. Ғөмүмән, был көндәрҙә йондоҙҙар әүҙем кешеләргә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Йомала өмөтлө танышлыҡтар булдырырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көндәрегеҙ файҙалы үтер. Күптәр иң ауыр мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итер. Эштәрегеҙ үҙҙәренән-үҙҙәре барған һымаҡ тойолор хатта. Бәғзеләр шәхси тормошон, ҡайһы бер мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр. Ярҙам вәғәҙә иткән кешеләрҙең иҫтәренә был хаҡта төшөрөргә бер ҙә тартынмағыҙ.
Был арала йондоҙҙар уяулыҡ тураһында онотмаҫҡа ҡуша. Аҙға ғына иғтибарығыҙҙы кәметһәгеҙ, ваҡиғалар барышы шундуҡ кәрәкмәгән йүнәлеш алыр. Өйөгөҙҙә лә әллә ни ял итә алмаҫһығыҙ, ваҡ мәшәҡәттәр баҫыр.
Икеле хәлдәр йышайып китер, моғайын. Улар күбеһенсә һеҙҙең файҙаға тамамланмаҫ кеүек. Яҡындағы кешеләр менән арағыҙ киҫкенләшеүе лә ихтимал. Шунан һуң эштәрегеҙ күҙгә күренеп яйланыр.
Аҙна барышында үҙегеҙҙең башҡаларға кәрәкле икәнегеҙҙе күрерһегеҙ. Күңелегеҙ ҙә күтәренке булыр, абруйығыҙ ҙа артыр. Бәғзеләргә ниндәйҙер яуаплы эш йөкмәтерҙәр. Йомалағы осрашыуҙан һуң боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан тергеҙерһегеҙ, бәлки.
Йондоҙҙар был арала һеҙгә күтәренке кәйеф вәғәҙә итә. Һәр көндө ҡыуаныс менән ҡаршыларһығыҙ. Хатта шишәмбеләге мәшәҡәттәр ҙә күңелегеҙҙе төшөрә алмаҫ кеүек. Кесе йомала һатып алған әйберегеҙ мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ.
Аҡса менән бәйле мәсьәләләр һәйбәт хәл ителер. Һиҙгерлегегеҙ кәрәкмәгән сығымдарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итер. Ниндәйҙер мөһим эште уңышлы ғына башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Йомалағы ҡаршылыҡтарға әҙер булыуығыҙ мөһим.
Аҙна башынан уҡ мөмкинлегегеҙҙе барлап сыҡһағыҙ, барыһы ла яҡшы барыр. Ҡайһы бер маҡсатығыҙҙы бер аҙға кисектереп торорға ла тура килер. Шаршамбылағы ваҡиғаларға әллә ни иғтибар бирмәгеҙ. Иң мөһиме – һеҙҙең өсөн артабан бара торған йүнәлеш асыҡланды кеүек.