Барыһы ла һеҙ уйлағанса барыр. Күберәк тырышлыҡ күрһәткән һайын, уңыштарығыҙ ҙурыраҡ булыр. Был арала дошмандарығыҙ ҙа үҙҙәрен һиҙҙермәҫ кеүек.
Әгәр алдан ҡуйған маҡсаттарығыҙҙан тайпылмаһағыҙ, һеҙгә бер ни ҙә янамаҫ. Яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам һәм терәк тойорһоғоҙ. Тик үҙегеҙ улар менән һәр саҡ асыҡ күңелле булығыҙ. Кесе йомала аҡса килер.
Ваҡиғаларҙы алдан күреү һәләтегеҙ тағы ла көсәйер. Һеҙҙең өсөн был арала көтөлмәгән хәлдәр булмаҫ та һымаҡ. Сөнки уларға һәр саҡ әҙерһегеҙ. Йондоҙҙар сығымдарығыҙҙы бер аҙ кәметергә ҡуша.
Башҡаларҙан ярҙам көтмәйенсә, үҙаллы эш итһәгеҙ, дөрөҫ булыр. Шул саҡта ғына бер аҙ алға китә алырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер юғалтыу ҙа кисерерһегеҙ. Шулай ҙа уны тиҙ ҡайтарырһығыҙ.
Осор ауырыраҡ килер. Ҡайһы бер эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Әүҙемлек күрһәтмәһәгеҙ, башҡаларҙан артта ҡалыуығыҙ мөмкин. Был арала кемдәндер ярҙам алыуығыҙ ҙа бар. Тик уның артынан күп йөрөргә тура килер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙға өлгәшеүгә әлегә форсат сыҡмаҫ. Һис тә уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Көсөгөҙҙө әрәм итмәҫ өсөн ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға кәңәш ителә. Уңайлы мәлдәр булыр әле.
Еңел аҙнаға өмөт итмәгеҙ. Ҡайһы бер таныштарығыҙ биргән һүҙендә тормаҫ. Кемдер өмөт иткән ярҙамды күрһәтә алмаҫ. Ғөмүмән, мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырлығы үҙ иңегеҙгә генә төшөр. Шулай ҙа күңелегеҙ тиҙ күтәрелер, шаршамбынан һуң еңеллек тойорһоғоҙ.
Был аҙнала һеҙгә үтә иғтибарлы булыу мөһим. Тиҙ үҙгәреүсән ваҡиғалар артынан өлгөрөргә тырышығыҙ. Ҡыйынлыҡтарһыҙ ҙа булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа уларҙы еңеп сығырға хәлегеҙ етер кеүек. Йомала төп эшегеҙҙә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
Шишәмбелә эш урынығыҙҙа бик ашығыс мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Тырышлығығыҙ арҡаһында эшегеҙҙең йомғаҡтарын тиҙ күрерһегеҙ. Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Шәхси тормошоғоҙҙа ғына бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер.
Һәр ваҡыт эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Ул һеҙҙе алдамаҫ һәм уның арҡаһында кире ваҡиғаларҙан ҡотолорһоғоҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ниндәйҙер үҙегеҙгә бигүк оҡшамаған эш менән мәшғүл булырға ла тура килер, бәлки.
Ҡапыл мәшәҡәттәр күбәйеп китер. Ярҙам һорарға һис тә тартынмағыҙ, күпселек осраҡта уны еңел алырһығыҙ. Кемдер һеҙҙең хәлегеҙҙән үҙенә файҙа сығарырға тырышыр.
Аҙнаны бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Көс-ғәйрәтегеҙ ташып торор. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Шулай ҙа ниндәйҙер эске борсолоу тойорһоғоҙ. Был буласаҡ ваҡиғаларҙың шауҡымы булыуы ихтимал.